Даирә
+24 °С
Дождь
Афарин!
1 Апреля 2021, 06:08

“Балан байрамы” ағинәйҙәрҙе йыйҙы

Балан – халҡыбыҙҙың хан һыйына торошло ризыҡтарының береһе. Ҡунаҡ табынына ҡаҙылыҡ, ҡымыҙ, ҡорот, бал кеүек ризыҡтар менән бер рәттән ҡуйылырға тейешле аш-һыу һуңғы йылдарҙа онотолоп бара. Халҡыбыҙҙың яратҡан милли ризығын яңынан халыҡҡа ҡайтарыу маҡсатында Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ағинәйҙәр ҡоро” республикала хәҙер бер нисә йыл инде “Балан байрамы” үткәрә.

Сарала Стәрлебаш, Ишем­­бай, Ғафури, Фе­до­ровка, Мәләүез, Ауыр­ғазы райондары ағинәйҙәре менән бергә беҙҙең район вәкилдәре лә ҡатнашты. Алайғыр ауы­лынан Әлфиә Ирмәкова, Олокүлдән Фәймә Сөләй­мәнова һәм Флүрә Сами­ҡо­валар байрамдан бай тәьҫо­раттар, дәрт-дарман, рухи көс алып ҡайттылар.
- Быйыл да был байрам бик матур, йәнле үтте. Сара балан тураһында шиғыр, йыр-бейеү менән үрелеп бар­ҙы. Ойош­тороу­сылар һәр кемде ихлас күңел менән ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне – күстәнәс­тә­рен, бүләктәрен, йыр-моң­дарын алып килгәндәр. Улар мөнәжәттәр әйтте, башҡар­ған эштәре тураһында ғорур­ланып һөйләне, береһенән-береһе ихлас ҡатындар үҙҙә­ренең яғында ла балан менән бик дуҫ булыуҙарын бәйән итте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас