Даирә
+24 °С
Облачно
Афарин!
29 Марта 2021, 16:52

Рөстәм Нәбиев тураһында фильм төшөрөләсәк

Был йәһәттән продюсер нимә тип белдерҙе? Фильм ҡайҙа төшөрөү планлаштырылған?

Билдәле блогер, спортсы һәм элекке десантник Рөстәм Нәбиев тураһында документаль фильм төшөрөләсәк. Был эште Мәскәүҙең "Дока" компанияһы Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы ярҙамы менән атҡарырға йыйына.
Яҡташыбыҙ тураһындағы фильм Эльбруста төшөрөләсәк, экспедиция быйыл яҙға планлаштырылған.
Фильмдың продюсеры Лариса Олейник: "Рөстәм - бик үҙенсәлекле, ҡыйыу кеше. Тормошон күҙәтеп барам, ҡылған ғәмәлдәренә һоҡланам. Уның менән Zoom аша, шулай уҡ үҙем шәхсән Өфөгә килгәндә аралаштым. Рөстәмде инвалид түгел, ә көслө шәхес, спортсы, альпинист булараҡ күрһәткем килә. Ул үҙенең физик мөмкинлектәре тураһында уйламай, әүҙем тормош алып бара, кешеләр менән таныша, донъя сиктәрен киңәйтә", - тип һөйләне.
Ярты сәғәтлек фильмды быйыл монтажлау планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Рөстәм Нәбиев тәүгеләрҙән булып аяҡһыҙ килеш Эльбрустың иң бейек нөктәһен яуланы. Ул 13 сәғәтлек юлды 15 сәғәттә үтте. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа Эльбрус бейеклегенән алып ҡайтҡан ташты бүләк итте.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-st-m-N-biev-tura-inda-film-t-sh-r-l-s-k-738830/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас