Даирә
+3 °С
Облачно
Афарин!
29 Марта 2021, 10:36

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр

Һәр ата-әсә балаһының бәхетле, тәүфиҡлы булыуын теләй. Ә бала тәртипте үҙ ғаиләһендә күреп, ҡанына һеңдереп тәрбиәләнә. Бишауыл-Уңғар ауылының йәш һәм өлгөлө Ландыш һәм Альберт Насировтар ғаиләһендә итәғәтле Вадим Насиров үҫеп килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ул Кәзәмөгөҙ йондоҙлоғонда тыуған. Тап ошо йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар хеҙмәт һөйөүсән булалар. Ысынлап та, Вадим - тәртипле, нескә күңелле, әҙәпле, тыйнаҡ, баҫалҡы, ғәҙел, эшһөйәр һәм илһөйәр уҡыусы.Ул тыуған ауылындағы мәктәптең 6-сы класында белем ала. Вадим - әҙәпле малай, ыҫпай кейенә, кешеләр менән һәр саҡ тыныс һәм итәғәтле һөйләшә. Бер ваҡытта ла бер кемгә лә ҡысҡырмай. “Тырышҡан – табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр” тигән мәҡәлгә таянып эш итә. Яҡшы уҡый, бер минутын да юҡҡа сарыфламай, ғәҙеллек яҡлы, намыҫлы. Өйгә бирелгән эштәрҙе ентекле итеп эшләй. Дәрестәрҙә тыйнаҡ һәм сабыр, белгәнен урындан ҡысҡырып ултырмай, ҡулын күтәреп яуап бирә. Класташ ҡыҙҙарына ҡарата ла итәғәтле. Дуҫтары ла бик күп, улар менән уйнағанда һис кемде ҡыйыр­һыт­май, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә. Ата-әсәһенә, олатай-өләсәйҙәренә лә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Олоно - оло, кесене кесе итә белә. Мәктәп тормошонда ла бик әүҙем: төрлө сараларҙа теләп ҡатнаша. Тик яҡшы бил­дәләренә генә өл­гәшә. Яратҡан дәрестәре – мате­матика, физик культура, тех­но­логия һәм рәсем. Спорт менән дә дуҫ: волейбол, футбол, баскетбол һәм көрәш түңәрәгенә ихлас күңелдән йөрөй. Мәктәп намыҫын яҡлап, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, бөтәһен дә ҡыуандыра. Ҡыш миҙ­гелендә матур тәбиғәт ҡосағына сығып, күңеле булғансы саңғыла йөрөргә ярата. “Уңғар” спорт клу­бы составында төрлө ярыштарҙа һәм уйындарҙа ҡатнашып, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән бүләк­лән­гән. Мәҫәлән, грек-рим көрәше буйынса ра­йон берен­се­легендә, шулай уҡ мәктәп уҡыу­сылары ара­һында ирекле көрәш буйынса район берен­селегендә, “Көҙгө кросс-2019” ярыш­тарын­да өсөнсө урын яула­ны. “Рәсәй Федера­ция­һының дәү­ләт һәм төбәк символ, атрибут­та­рын белеү” район конкурсында әүҙем ҡат­нашҡаны өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән бүләк­ләнгән. Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дә яҡ­шы һөҙөмтәләргә ирешә. Бай йөкмәткеле береһенән-береһе ма­тур иншалар яҙа, үҙ фе­кере, әйтер һүҙе бар. Быйылғы уҡыу йылында “Башҡорт мозаи­каһы” Бөтә Рәсәй фес­тива­ленең “Тыуған илемдең күренекле кеше­ләре” конкур­сын­да өсөнсө урын алһа, Баш­ҡорт теле йылына арналған муниципаль-ара фән­ни-ғәмәли конференцияла (“Тыуған яҡтың топони­микаһы” номинацияһы) икенсе урын алып, БР-ҙың Мәғариф һәм фән ми­нистр­лығы Дипломы һәм ҡиммәт­ле бүләк менән бүләкләнде. “Даирә” гәзите 23 фев­раль - Ва­танды һаҡлаусылар көнөнә арнап иғлан ит­кән “Минең атайым – иң яҡ­шыһы, сөнки...” иншалар кон­кур­сында икенсе урынға лайыҡ булды.
Иң яратҡан шөғөлдәре – һүрәт төшөрөү, балыҡ тотоу, таҡтаға яндырып береһенән-береһе матур һүрәттәр эшләү. Шулай уҡ ағастан төрлө һындар юнып эшләргә лә бик әүәҫ. Был шөғөлдө атаһынан күреп, өйрәнеп эшләй, сөнки атаһы - Альберт Мансур улы ағас менән эш итә, алтын ҡуллы эшһөйәр ир-егет. Халҡыбыҙ белеп: “Алма ағасынан йыраҡ төшмәй,”- ти. Вадим да атаһына оҡшарға теләй. Киләсәктә илебеҙҙе һәм ғаиләһен һаҡларҙай, яҡларҙай намыҫлы ир-егет үҫеп килеүе беҙҙе ҡыуандыра.
Рәмилә Исхаҡова,
Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас