Ошо бөйөк шәхестәр өлгөһөндә йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо, ватансылыҡ рухын тәрбиәләү маҡсатында Малай мәктәбендә “Урал батыр вариҫтары” тигән бик рухлы, матур сара үтте.
Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Ғәйфуллина ойоштороуындағы бәйгелә 2-се һәм 7-се класс малайҙары ҡатнашты. Иршат Юламанов Салауат Юлаев ролен башҡарһа, Ильяс Ғәйфуллин - Ҡаһым түрә, Рушан Зәйнуллин - Алдар Иҫәкәйев, Илнар Хәмитов - Ҡараһаҡал, Илсур Мәһәҙиев - Батырша, Айнур Мәһәҙиев - Алпамыша, Илмир Ҡоҙаҡаев - Аҡъял батыр, Тимур Юламанов Әминбәк образдарын кәүҙәләндерҙе. Уҡыусылар сараға бик ентекле әҙерләнгән ине. Улар сараға уҡытыусылары Миләүшә Радик ҡыҙы һәм ата-әсәләре ярҙамында башҡорт ҡоралдары – уҡ-һаҙаҡ, һөңгө, ҡалҡан, ҡылыс әҙерләне, яу кейеме текте. Шулай уҡ үҙҙәре һынландырған батырҙарҙың тормоштары, данлы исемдәре, батырҙарҙың ҡылған изге эштәре тураһында мәғлүмәттәр өйрәнде.
Сара барышында малайҙар батырҙарҙың лайыҡлы вариҫтары икәнен төрлө конкурстарҙа раҫланы. Улар яу кейемдәрендә дефиле күрһәтте, үҙ шәжәрәләрен һөйләне, “Урал батыр” эпосы буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙе, артабан кемдер “Ай-һай, Салауат”, “Любизар” башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы, кемдер башҡорттарҙың һунарсы-хәрби ирҙәр бейеүе – “Перовский”ҙы бейене. “Атанан күргән уҡ юнған” конкурсында малайҙар аталарынан алған һөнәрҙәрҙе күрһәтте. Улар тағараҡтар, сыйырсыҡ оялары эшләп алып килгән, ҡайһы берәүҙәре гитарала уйнап ишеттерҙе. Сара һуңында ҡул көрәше буйынса спорт ярышы ойошторҙоҡ. Көсөргәнешле көрәштән һуң еңеүселәр билдәләнде.
Беҙҙең халыҡ элек-электән ҡыйыу йөрәкле, батыр, көслө рухлы булған. Был – беҙҙең ҡаныбыҙҙа. Быны бары үҫеп килеүсе быуында уятырға, уларға йүнәлеш бирергә кәрәк. Киләсәктә ошо егеттәрҙең телһөйәр, илһөйәр шәхестәр, тыуған ерҙәренең ысын хужалары булыуҙарын теләйем!
Фирүзә Рәхмәтуллина.