Даирә
+20 °С
Облачно
Афарин!
15 Марта 2021, 07:22

Пассажирҙар унан ҡәнәғәт

«Башавтотранс» предприятиеһы водителдәре сәфәрҙәренең хәүефһеҙ, уңайлы булыуы өсөн тырышып хеҙмәт итә. Ошо предприятиела яҡташыбыҙ, Атйетәр ауылы егете Айҙар Маҡаев та эшләй.

Айҙар Әсхәт улы «тимер ат»ында Ҡыр­мыҫҡалы-Өфө юлын көнөнә бер нисә тапҡыр үтә. Йәш егет эшкә иғтибарлы, кешеләргә ихтирамлы булыуы, тәртип яратыуы менән айырылып тора.
Атаһы уны бәләкәйҙән йыш маши­наһына ултыртып йөрөтә, рулде лә борғолап ҡарарға бирә. Айҙар үҫә килә күпселек малайҙар кеүек техника менән ныҡ ҡыҙыҡһына, машиналар серенә төшөнөргә теләй. Мәктәптә өлкән кластарҙа ҙур теләк менән уҡып, водитель таныҡлығын ала. Шулай ҙа ҡулына аттестат алғас, яҡшы уҡыған егет Башҡорт дәүләт аграр универ­ситетының дәүләт муниципаль идара итеү һәм хоҡуҡ йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Ике курстан һуң ул ситтән тороп уҡыуға күсә һәм Язаларҙы үтәү федераль хеҙмәтенә водитель булып урынлаша. 22 йәш тулғас, “Д” категорияһына уҡый һәм Өфө ҡалаһында 51-се маршрут буйынса эш башлай. “Башавтотранс”ҡа яңы автобустар ҡайтҡас, белемле, тәртипле, үҙ эшен яҡшы үтәгән егет Ҡырмыҫҡалы маршрутына күсерелә.
- Юғары уҡыу йортонда белем алһам да, бала саҡтағы хыялымдың тормошҡа ашыуына шатмын. Әлегә үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Даи­ми ултырып йөрөүсе пассажирҙар менән бер-беребеҙҙе танып тора­быҙ. Был автобуста алыш­тырыусыһыҙ тиерлек эшлә­йем. 8-10 көн ялһыҙ йөрө­гәнем дә бар. Беҙгә тиҙлекте сәғәтенә 90 саҡ­рымдан арттырырға ярамай, был “Глонас” систе­маһы аша күҙәтелә. Ко­лон­на начальнигы даими рәүештә хәүефһеҙ, тәр­типле йөрөү, пассажирҙар менән яҡшы мөғәмәлә итеү мөһимлеге тура­һында әңгәмә үткәреп тора. Һауа торошоноң көйһөҙл­ө­гөнә, ты­ғын­дарға ҡарамай, кешеләрҙе үҙ ва­ҡы­тында иҫән-имен алып барып ет­керергә тырышам, - ти Айҙар Маҡаев.
Был өлкәлә тик сыҙамдар, са­быр­ҙар, эштәрен теүәл башҡар­ғандар ғына эшләй алалыр. Шофер булыу рулде борғолау ғына түгел, ул ҙур иғтибарлылыҡ талап иткән ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәр. Уны Ай­ҙар яратып башҡара. Был бер ҙә юҡҡа түгелдер. Атаһы ла алған һөнәренә тоғро булып, инде 35 йыл буйы шофер, әлеге көн­дә ул да “Башав­тот­ранс”та Алайғыр-Ат­йетәр маршруты бу­йын­са йөрөй. Ата­һының бер туған ағаһы ла ошо уҡ пред­приятиела Боҙаяҙ-Өфө марш­руты буйын­са автобус йөрөтә икән. Уларҙы Маҡаев­тар динас­тияһы тиһәң дә була. “Бала саҡтан атайыма һәм бабайыма ҡарап, кү­ҙем ҡыҙа торғайны. Автобусҡа идара итер­гә шул саҡтан уҡ хыялландым”, - ти Айҙар.
Йәш кенә көйө инде тәжри­бәле води­телгә әйләнгән егет иртәнге сәғәт 7-нән сы­ғып китеп, киске 10-сы яртыға тиклем эш­ләй. Көнө буйы 4 тапҡыр урап, 8 рейс яһарғ­а кәрәк. Үҙенең киләсәген ҡайғыр­тып, район үҙә­гендә ипотекаға фатир ҙа ала.
Эшен еренә еткереп башҡар­ғас, пасса­жирҙар ҙа Айҙар Ма­ҡаевтан бик ҡәнәғәт, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп торалар. Был һүҙ­ҙәр егеткә тағы ла яҡшыраҡ йөрөргә көс бирә. Уға бары тик хәүеф-хәтәрһеҙ юлдар теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.
Читайте нас