Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Март 2021, 16:31

Ҡайҙа һеҙ, шаян һәм тапҡыр башҡорт йәштәре?

Фотолағы был йәштәрҙе таныйһығыҙмы? Мин был фотоларҙы, видеоларҙы ҡараным да, 2013 йылда булған матур сараларҙың береһе әле генә булған кеүек күҙ алдына баҫты...

2013 йылдың апрелендә райондың шаян, тапҡыр йәштәре Иҫке бәпес ауылына КВН конкурсына йыйылған ине. Район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторған был сара күңелдә шул тиклем матур тәьҫораттар ҡалдырған ине. Йәштәребеҙҙең шаян да, ҡыйыу ҙа, тапҡыр ҙа булыуын күреп һоҡландыҡ, башҡорт юморы йөрәктәргә май булып ятты. Эйе, төрлө проблемаларҙы юмор аша оҫта ғына итеп сағылдыра алған ине йәштәребеҙ. Был, әлбиттә, уларҙы әҙерләүсе педагогтарҙың да ҙур ҡаҙанышы. Иҫке Бәпес командаһы Гран-При яулап, улар менән бергә "Шаяниум" конкурсында ла ҡатнашып ҡайттыҡ. Ә бит ошондай бәйгеләр аша балаларҙың телебеҙгә ҡарата һөйөүе нығына, улар берләшә, бер-береһе менән аралаша. бәлки, бағы ойоштороп ҡарарбыҙ КВн конкурсын? Нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: