Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
2 Март 2021, 11:28

Эшҡыуарлыҡ йүнсел һәм баҙнатлыға буйһона

Ҡырмыҫҡалы ауылының Киров урамында урынлашҡан “Скорость” алмаш частар магазины янында һәр саҡ машиналар күп булыуы күҙгә ташлана.

Бында һатып алыу­сы­лар­ҙы шәхси эшҡыуар Рәфис Ҡолғонин ҡаршы ала. Магазиндың ассор­ти­менты бай. Унда води­телдәргә кә­рәкле бар нимәне табырға мөм­кин. Илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә сыҡҡан төрлө маркалы еңел ма­ши­налар өсөн бөтә алмаш частар ҙа бар. Улар­ҙы шәхси заказ менән тиҙ арала алып ҡайтыу мөм­кин­леге булыуы айы­рыуса уңайлы. Тура килмәһә, алыш­тырып та була. Әйткәндәй, асыҡ йөҙлө, ихлас, аралашыусан егет һатып алыусыны үҙенә тартып тора. Шуныһы маҡтауға лайыҡ, ул үҙ белемен ҡулланып, води­телдәргә файҙалы кәңәш­тәр ҙә бирә. Әгәр ҙә үҙе­геҙгә кәрәкле булған ал­маш частарҙы алырға телә­һәгеҙ, Киров урамы, 24 ад­ресы буйынса урын­лашҡан “Ско­рость” алмаш частар магазинына рәхим итегеҙ. Шулай уҡ һорау­ҙа­рығыҙ булһа, 8-927-94-43-399 те­ле­фо­нына шыл­ты­ратырға мөмкин.
Рәфис Ҡолғонин ата­һының тыуған ауылы Ҡарлыманда тыуа. Уға бер йәш тулғас, ғаилә әсәһе­нең тыуған яғы – киң ҡырҙар һәм далалар иле Хәйбулла районына күсә. Ошонда бәхетле бала сағы, үҫмер йылдары үтә. Тере­мек, шуҡ, уҡырға отҡор малай мәктәптә бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә, шулай ҙа уға математика һәм физика фәндәре еңел бирелә. Күп малайҙар кеүек ул кесе йәштән шофер булған атаһы янында булышырға ярата, машина ватыл­һа, бергәләшеп төҙәтеү оҡшай. Бәләкәйҙән “тимер ат” ҡа идара итергә лә өйрәнә. Техника уны шул тиклем тарта, шуға ла уҡыусы саҡтан уҡ механик-инженер һөнәрен һайларға ҡарар итә. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Шуға ла ауылдарындағы урта мәктәпте тамамлағас, күңеленә оҡшаған һөнәр алыу өсөн баш ҡалаға юллана һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультетына уҡырға бара. Конкурс ҙур булһа ла, уны еңел үтеп, студент булып китә. Тиҙерәк аҡса эшләү теләге көслө булған егет беренсе курстан һуң, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә. Бер ыңғайҙан машинаға уҡып, таныҡлыҡ ала һәм шәхси эшҡыуарҙа шофер булып эшләй башлай. Алһыҙ-ялһыҙ эшләһә лә, һөнәрен үҙләштереү өсөн тырышып, күп уҡый, төрлө яҡлап эҙләнә, камиллаша. Был осор уның рухи яҡтан ныҡ булып формалашыуына булышлыҡ итә.
Уҡыу йылдарында аласаҡ һөнәренең бөтә нескәлектәрен өйрәнеп, үҙ эшенең оҫтаһы булып сыға. Ошо йылдарҙа Хәйбулла районы ҡыҙы Лариса Радик ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Әлеге көндә ике ҡыҙҙары үҫеп килә: Гөлназ 7-се класта уҡыһа, Азалия 2-се класта белем ала.
Яйлап атаһының тыуған районына йәшәргә ҡайта. “Бында Өфө лә яҡын, тыуған яҡ та, туғандар ҙа үҙенә тартты. Ни әйтһәң дә, ошонда ата-баба­ларымдың тамырҙары бит! ” - ти ул. Бында Юл төҙөү-төҙөк­лән­дереү идаралығына каток маши­нисы булып эшкә урынлаша. Ә ҡулына юғары белем тураһында диплом алғас, артабан эшкә әрһеҙ, уңған, тырыш, ойош­тороу һәләтле егетте районы­быҙҙың торлаҡ-коммуналь хужа­лығына директор итеп саҡыралар.
Ҡайҙа хеҙмәт итһә лә, һынат­май ул. Тырышып, намыҫ менән хеҙмәт итә. Яуаплылығы, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе, тырыш­лығы, етеҙлеге, эште тиҙ башҡарыуы, һәр ситуациянан сыға алыуы менән айы­рылып тора ул. Был йылдарҙа ҙур тәжрибә туплап, бар эштәрҙең нескәлек­тәренә өйрәнә, етәк­селек итеү буйынса хеҙмәт сынығыуы ла ала.
Шулай ҙа бөтә булмышы менән иркенлеккә ынтылған егет күңел төпкөлөндәге хыялы - үҙ эшен асыу теләге менән яна. Кемгәлер оҡшамайынса, бер кемдең етәкселеге аҫтында булмайынса, киләсәген үҙ аллы ҡорорға уйлай. Үҙ эшенең ҡәнә­ғәтлек килтерәсәгенә ышана. Бер аҙ аҡса туплағас, үҙ-үҙенә ныҡлы ышанған Рәфис Мөҙәрис улы “Краса мира” биҙәүестәр мага­зинын асырға баҙнат итә. Был биҙәүестәр магазинында сифат­лы, зауыҡлы, заманса алтын һәм көмөш алҡалар, йөҙөктәр, белә­ҙектәр, сылбырҙар һатыла. Алтын ялатылған көмөш изделиелар ҙа күҙҙең яуын алып тора. Шулай уҡ тәбиғи таштарҙан эшләнелгән муйынсаҡтар бар. Бар әйберҙәр­ҙең дә хаҡтары башҡа магазин­дарға ҡарағанда осһоҙораҡ. Йәнең теләгәнен һайлап алырға була. Тыуған көндәрҙә, былай ҙа йыш ҡына биҙәүестәргә ташламалар булып тора. Бында эшҡыуарҙың ҡатыны Лариса Ҡолғонина һата. Әгәр ҙә үҙегеҙгә матур биҙәүес алырға теләһәгеҙ, “Ҡурай” мага­зинының 2-се ҡатындағы (Киров урамы, 42/2) “Краса мира” магази­нына килегеҙ. Һорау­ҙары­ғыҙ булһа, 8-937-48-59-174 теле­фо­­нына шылты­ратырға ла мөмкин.
Яңылыҡҡа ынтылған, һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә булған, төрлө яҡлап үҙен һынап ҡарарға, аҡса эшләү өсөн төрлө юлдарҙы эҙләргә тырышҡан егет эшен тағы ла киңәйтеү һәм үҫтереү маҡсаты менән йәшәй. “Йүнсел йүнен таба” тигәндәгесә, уның пландары тормошҡа аша ла. Шулай “Ско­рость” магазинын асып ебәрергә ҡыйыулыҡ таба ул. Ни эшләйһең, заманы шундай бит. Шәп кеше, әлбиттә, замандан артҡа ҡалмаҫҡа тейеш. Эшҡы­уарлыҡтың ниндәй генә йүнә­ле­шен һайлаһаң да, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Ә был сифаттар Рәфистә етерлек! Шуға ла уның эше уңа. Бөгөнгө көндә Рәфис Ҡолғонин - аяғында ныҡлы баҫып торған һәм үҙ үҫеш юлын тапҡан эшҡыуар, татыу ғаилә башлығы, күркәм йорт хужаһы, һөйөклө тормош иптәше һәм хәстәрлекле атай. Киләсәктә лә Рәфис Мөҙәрис улына ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотолары.
Реклама хоҡуғында.
Читайте нас: