Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Февраль 2021, 12:16

Рөстәм Нәбиев халыҡты тағы шаҡ ҡатырмаҡсы!

"Әле арҡамды нығытыу өсөн күнекмәләргә йөрөйөм. Апрель-майҙа ныҡлы әҙерлек буласаҡ".

Көслө рухлы, ауырлыҡтарға бирешмәҫ яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтең тормошон социаль селтәрҙәр аша күптәр күҙәтеп баралыр.
Ул Рәсәйҙең иң бейек нөктәһе Эльбрусҡа менгәндә һәр аҙымын тулҡынланып күҙәттек, маҡсатын тормошҡа ашырыуын теләнек. Ә бына Яңы йыл алдынан Рөстәм Нәбиев Америка Ҡушма Штаттарында булды, төрлө мажаралы хәлдәргә лә осраны. Быларҙың барыһы хаҡында ла хәбәр итеп барҙыҡ.
Ә көслө рухлы яҡташыбыҙҙың маҡсаттары күп әле. Әле ул Чо-Ойю тауын яуларға йыйыныуы хаҡында белдергән. Тауҙың бейеклеге - 8201 метр, ул бейеклеге буйынса Гималай массивында - бишенсе, ә донъялағы иң бейек тауҙар араһында алтынсы булып тора.
"Әле арҡамды нығытыу өсөн күнекмәләргә йөрөйөм. Апрель-майҙа ныҡлы әҙерлек буласаҡ", - тип яҙған блогер Инстаграмдағы сәхифәһендә.
Тормош ауырлыҡтарынан баҙап ҡалмаған яҡташыбыҙ ҡуйған маҡсаттарына өлгәшер, Чо-Ойю тауын да яулар тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Фото: Рөстәм Нәбиевтең шәхси архивы.
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: