Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
21 Февраль 2021, 00:04

Һыуытҡыс - Ҡырмыҫҡалы районында!

Хеҙмәт ветераны Ғәзимә Абдуллина район һәм республика гәзиттәрен ғүмер буйы алдырған.

Билдәле булыуынса, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто гәзит-журналдарға яҙылған кешеләр араһында “Яҙыл һәм бүләк от!” тип аталған бик матур акция иғлан иткәйне.
Шарт ябай – бер республика, бер район баҫмаһына яҙылырға һәм квитанция күсермәһен нәшриәт йортона ебәрергә кәрәк ине. Ә ғинуар аҙағында Башҡортостан юлдаш телеканалында “Сәләм” тапшырыуында конкурс шарттарын үтәгәндәр араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатылды.
Бик яҡшы бүләкте – һыуытҡысты Ҡырмыҫҡалы районының Һарт-Наурыҙ ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Ғәзимә Абдуллина отҡан. Кисә уға лайыҡлы бүләген алып барып та биргәндәр.
Ғәзимә инәй бындай яңылыҡтан аптырап ҡалған.
"Квитанцияларымды, миңә әйтеп тормайынса, балаларым ебәргән икән. Шул тиклем ҙур бүләк отоуыма ныҡ шатландым. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! – ти Ғәзимә Ғәбделһаҙый ҡыҙы. – Беҙҙең ғаилә бер ҡасан да гәзит-журналдарҙан айырылғаны юҡ. Райондыҡын да, республиканыҡын да күпләп алдырабыҙ".
Ғәзимә Абдуллина 1947 йылда Сахай ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлау менән колхоз эшенә сыға, фермала һауынсы була, аҙаҡ һөт-консерва комбинатында эшләй. Тормош иптәше менән ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Ире инде баҡыйлыҡҡа күскән, тик ул тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, балалары хөрмәтен күреп ҡыуанып йәшәй.
Фото: Айгөл Нуриева.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: