Даирә
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Февраль 2021, 17:45

Тотороҡло тармаҡ эшенә йомғаҡ яһалды

Ошо аҙнала ҡулланыусылар йәмғиәте пайсылары йыйылышы булып үтте. Район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәүис Хажиев кәңәшмәне асып, көн тәртибендәге мәсьәләләр менән таныштырҙы һәм район ҡулланыусылар йәмғиәтенең 2020 йылдағы хужалыҡ – финанс эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

Пайсыларҙың кәңәшмәһе эш­лекле шарттарҙа барҙы. Баш­пот­реб­­союз Советы рәйесе урын­ба­ҫары, Башпотребсоюздың юридик бүлеге начальнигы Ринат Ғайсин, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, “Ефремкин” коопера­ти­вы һатыусыһы Гөлнара Курпачева, Ҡамышлы ауыл биләмәһе хаки­миәте башлығы Илгиз Бикҡужин­дар сығыш яһаны.
- Кооператорҙарға көслө кон­ку­ренция шарттарында эшләргә тура килә, сөнки район билә­мә­һендә райпо нөктәләренән тыш, шәхси эшҡыуарҙар ҙа сауҙа итә. Был әленән-әле яңы алымдар эҙләүгә этәргес булып тора. Сауҙа селтәре халыҡты көндәлек кәрәк-яраҡ менән генә тәьмин итеп ҡалмай, ә йылдан-йыл үҫә килгән ихтыяждарын да иҫәпкә ала.
Бигерәк тә, коронавирус пан­де­мияһы сәбәпле, үҙ аллы изо­ляция осоронда бөтә район халҡын хеҙмәтләндергән һатыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм, - тине район хакимиәте башлығы Әлфир Са­биров.
Район ҡулланыусылар йәмғиә­те рәйесе Рәүис Хажиев ентекле йомғаҡлау доклады менән сығыш яһаны:
- Сауҙа менән беҙҙә һигеҙ пред­приятие шөғөлләнә: Ҡырмыҫ­ҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте, “Ҡырмыҫҡалы икмәк комби­на­ты”, “Радуга”, “Ефремкинское”, “Дуҫлыҡ”, “Сулпан”, Ҡырмыҫ­ҡа­лы-Һәүәләй һәм Ҡырмыҫҡалы-Ефремкин ҡулланыусылар коопе­ративтары.
Тауар әйләнешен арттырыуҙа “Ефремкин” (етәксеһе О.Г. Ва­сильев), “Радуга” ҡулланыусылар коопперативтары (Р.Ш. Шам­ба­зова) тос өлөш индерҙе. 41 миллион һумлыҡ иң ҙур һатыу күләме гаст­роном магазинында булһа, Шай­моратов һәм Сахай магазиндары 13 миллион һумдан ашыу, 4-се Ҡыр­мыҫҡалы магазины 10 миллион һумдан ашыу, Олокүл, Ефремкин, Ҡарлыман, Иҫке Бәпес мага­зин­дары 10 миллион һумға тиклем һатҡан.
Шулай уҡ Башпотребсоюз сис­те­маһында беҙҙең йәмәғәтселек туҡланыуы базаһы иң яҡшыһы тип иҫәпләнә. “Уют” һәм “Урал” за­ман­са кафелары, кондитер цехы, кафетерий, хакимиәт ашханаһы, “Ағиҙел” юл буйы кафеһы, кули­нария магазины уңышлы эшләп килә.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: