Бәләкәйҙән эш ярата. Йәйге каникул ваҡыттарында һарыҡ фермаһына көтөүсе булып ярҙамға сыға. Мәктәптә уҡыған осорҙа шоферлыҡ һөнәрен дә үҙләштерә.
1983-1985 йылдарҙа Латвияла әрме сафтарында йөрөп ҡайта. Хеҙмәт осоронда 1-2-се дәрәжә "Сик буйы ғәскәрҙәре" наградаларына лайыҡ була. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас та колхозда шофер булып эшкә урынлаша. Ауылда клуб төҙөлгәс, клуб мөдире лә була.
Атайым бәләкәйҙән гармунда уйнарға өйрәнә. Кистәрен буш ваҡыттарҙа әле лә ҡулына гармунын ала. Байрамдарҙа өйөбөҙ гармун моңдарына һәм атайымдың йырҙарына күмелә.
Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ – ағас эшенә оҫта, техника менән дә дуҫ. Элегерәк кешеләргә лампалы телевизорҙы төҙәтеп бирә ине. Ул үҙенә мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһен дә кире бороп сығармай. “Ярҙамсыл булырға кәрәк. Үҙемә лә төҙәтеүе ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс”, - ти ул.
Беҙ ҙә ағайым Азат менән атайыма ярҙам итәбеҙ, янында булырға тырышабыҙ, уға ҡарап эшкә өйрәнәбеҙ. Беҙ шундай ҡәҙерле кешебеҙ булыуына шатбыҙ.
Атайыбыҙ әсәйебеҙ Ләйлә Абдулхаҡ ҡыҙы менән беҙгә, өс балаға ғүмер биргәндәр. Әлеге көндә ағайым Азат һәм апайым Сәриә Өфө ҡалаһында эшләп йөрөйҙәр.
Шундай ябай, тыныс ғаиләлә үҫкәнебеҙгә һәм тәрбиәләнгәнебеҙгә беҙ бик шатбыҙ.
Фаил Баймөхәмәтов,
Шәрипҡол мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.