Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Февраль 2021, 18:46

Беҙҙең өсөн тырыша

Атайым беҙҙең өсөн һөйөүен йәлләмәй. Беҙҙе бәхетле итер өсөн бар көсөн һала.

Тойоп үҫтем ҡулдарыңдың көсөн,
Баҡтым һиңә тәпәй баҫтым да.
Һабаҡ алдым сабыр ҡарашыңдан,
Ышыҡландым ҡанат аҫтыңа.
(Ф.Рәхимғолова.)
Етмеш төрлө һөнәр белә тиҙәр атайым кеүектәр тураһында. Башлап бураҙна ул яра, иген урғанда ла – иң алда. Минең атайым Ғимранов Вәкил Факил улы бик уңған, булдыҡлы кеше: ул шофер ҙа, төҙөүсе лә, ашнаҡсы ла, хатта гитарала ла бик оҫта уйнай.
Мәктәпте тамамлағас, Ляхов һөнәрселек училищеһында белем ала. Әрме хеҙмәтен ил сиге һаҡсыһы булып Алыҫ Көнсығыш, Украина, Молдавия, Төркмәнстан ерҙәрендә үтә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, клуб мөдире, колхозда - тракторсы, комбайн­сы булып эшләй.
Атайым беҙҙең өсөн һөйөүен йәлләмәй. Беҙҙе бәхетле итер өсөн бар көсөн һала. Үҙе һалған ҙур, матур йортта ла бар уңайлыҡтарҙы үҙ ҡулдары менән булдырҙы. Фәүзиә Рәхимғолованың шиғырындағы юлдар тап атайым хаҡында яҙылған төҫлө яңғырай:
Һүҙҙәрең тос, яратыуың һәлмәк,
Ҡеүәтле һин, шундай аҡыллы.
Ҡыйыуһың да, бигерәк сыҙамлыһың,
Ә йөрәгең һәр саҡ ялҡынлы.
Мин атайым менән ғорурланам! Беҙ уны бик яратабыҙ.Барлыҡ атайҙарҙы етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым, аяҙ күк йөҙө, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.
Винера Ғимранова, Ҡарлыман мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: