Тик шулай ҙа, эске матурлыҡ мөһим булһа ла, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән дә гүзәллек, күркәмлек, ыҫпайлыҡ үрнәге булырға тейешбеҙ, тигән фекерҙәмен.
Һәр заманда ла ҡатын-ҡыҙ тышҡы ҡиәфәтенә шул тиклем ҙур өҫтөнлөк биргән. Халыҡ ижады әҫәрҙәрендә лә ҡыҙҙың матурлығын баһалау уның йөҙөнән, тышҡы ҡиәфәтенән башлана. Милли кейемдәребеҙгә күҙ һалһаҡ та, беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән матурлыҡҡа ҙур иғтибар биреүен аңлап була. Ҡайһы берҙәребеҙ, донъя көтөү мәшәҡәттәренә батып, үҙенә иғтибарҙы кәметә, ҡул һелтәй, тиһәң дә була. Матур булыу өсөн аҡса кәрәк, былай ҙа ауырлыҡ менән еткерәбеҙ, тип яуаплар кемдер. Ә бит матур булыу – ҡиммәтле кейемдәр кейеүҙе, косметологтарға йөрөүҙе генә аңлатмай. Зауыҡлы, килешле итеп кейенеп, сәстәрен ыҫпай итеп йөрөткән ҡатындар һоҡланмаҫлыҡ түгел. Ябай ғына нимәләр ҙә тормошобоҙға гүзәллек өҫтәп, кәйефебеҙҙе күтәреп ебәрергә һәләтле бит.
Матур булыу, уны һаҡлау - ул көндәлек хеҙмәт. Күптәрҙә, олоғайғас, миңә ярамағанмы, тигән ҡараш йәшәй. Минеңсә, киреһенсә, олоғайғас үҙеңде тағы ла нығыраҡ ҡарарға кәрәк. Ун һигеҙ, егерме йәштә матурлыҡты күрһәтеү өсөн артыҡ нәмә кәрәкмәй, сөнки йәшлек үҙе матурлыҡ, нимә кейһәң дә килешеп бара. Аҙаҡтан шул матурлыҡты һаҡлау өсөн тырышырға кәрәк. Тышҡы матурлыҡта тырышлығың, үҙеңдең үҙеңә ҡарата булған ихтирамың һәм йәшәү рәүеше күренеп тора инде ул. Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәттән бирелгән булмышына ҡарағанда матурыраҡ булып күренергә тырышмаһа, ул ҡатын-ҡыҙ түгел, тигән кемдер. Хоҙай гүзәл зат итеп яралтҡан икән, шул булмышҡа һәр йәштә лә тоғро ҡалырға тейешбеҙ. Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре!
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА яҙып алды.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.