Яҡынымдың һәр эште лә дәртләнеп башҡарыуы, фәһемле кәңәштәр биреүе, аҡыллы булыуы мине кескәй сағымдан уҡ һоҡландыра. Мин иртән атайым һәм әсәйем менән бергәләшеп сәй эсергә яратам, ул өйҙә булмаһа, ҡайтҡанын өҙөлөп көтөп алам. Ул өйҙә булғанда донъябыҙ түңәрәк, күңелем тыныс кеүек.
Атайыңа оҡшағанһың, тиҙәр миңә күптәр. Мин бының менән ғорурланам, уның кеүек аҡыллы, итәғәтле булырға теләйем. Әсәйем, атаһына оҡшаған ҡыҙ мотлаҡ бәхетле була, тип тә күңелемде үҫтерә. Мин атайымды, әсәйемде, ағайым Радмирҙы, өләсәйемде ныҡ яратам һәм нәҡ ошо ғаиләлә үҫеүем менән ныҡ бәхетлемен. Бәхетле бала саҡ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Рушания ХӘЛИТОВА.
Абдулла ауылы.