Тиҫтерҙәрем араһында был бәхет бөтәһенә лә татымай. Төрлө сәбәптәр арҡаһында атайһыҙ йәшәүсе балалар ҙа бик күп. Минең өсөн атайым – иң яҡшыһы, иң ҡыйыуы, иң уңғаны, иң шәбе. Атайымдың исеме Фәнис. Ул сығышы менән Мөҡсин ауылынан, уҡытыусылар ғаиләһенән. Кескәй сағынан уҡ тырыш булып үҫә, ата-әсәһенә һәр саҡ ярҙам итә: олатайыма умарта ҡарашырға, бесән сабып, уны йыйып алырға ла булыша. Мәктәптә белем алыу өсөн, яҙ һәм көҙ айҙарында ниндәй генә һауа торошо булыуына ҡарамаҫтан, Охлебинино ауылына Ағиҙел йылғаһы аша кәмә менән йөҙөп сығырға батырсылыҡ итә, ә ҡышын йәйәү йөрөй. Йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында йәшәгәнгәме, иптәштәре араһында бик оҫта йөҙөүсе лә була. Мәктәпте тамамлағас, атайымды әрме хеҙмәтенә алалар. Ул Төньяҡ флотҡа эләгә, моряк була. Бында инде икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙҙәрҙе күрергә насип була атайыма. Сит тарафтарҙа нисек ҡояштың ҡалҡыуын һәм байыуын да күрә. Хатта батыр ир-егет булараҡ, дуҫтары менән “Кем алыҫыраҡ йөҙөп үтә ала?” тип ярыш ойошторғанда ла, атайым һынатмай. Минеңсә, атайым бала саҡтан эшләп үҫеп, йылға буйында һыу инеп,ҡояшта ҡыҙынып, сәләмәт тормош алып барғаны өсөн дә ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған, өйрәнгәндәре хәрби хеҙмәттә лә ярҙам иткән.
Артабан атайым хәрби хеҙмәтен тултырып, тыуған ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайта, Лира исемле һылыу ҡыҙға өйләнеп, үҙ ғаиләһен ҡора. Матур итеп йорт һалып инәләр.Мөхәббәт емештәре булып улдары - мин тыуғанмын. Әсәйем менән икәүләшеп миңә яҡшы тәрбиә бирәләр: һәр саҡ изге күңелле булырға, был тормошта тик яҡшы эштәр башҡарырға кәрәк, тип өйрәтәләр. Уларҙың икеһен дә бик яратам һәм ҡулымдан килгәнсә ярҙамлашам. Артабан да уларҙың бәхетле һәм ауырыу-һыҙлауһыҙ ғүмер итеүен теләйем.
Ауылда йәшәгәс, ир-егет барлыҡ эштәрҙе лә белергә тейеш, шуның өсөн дә ул миңә үҙе белгән шөғөлдәрҙе өйрәтә. Атайым үҙе бура бурай, мунсаһын төҙөп ултыртты. Бесәнен дә саба, малын да аҫрай. Техника менән дә дуҫ: машинаһын да, тракторын да йөрөтә. Атайымдың алдағы көндә гараж төҙөү, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү планы бар. Ул ҡуйылған маҡсаттарға ирешә торған кеше. Ниһайәт, уның был маҡсаттары тормошҡа ашыр, тип уйлайым. Был эштәрҙе башҡарғанда мин дә ярҙам итәсәкмен, сөнки мин атайымдың алмашсыһы булып үҫәм.
Йылға буйында йәшәгәнгә күрә, бәләкәй сағымдан уҡ йөҙөргә өйрәтте. Әммә бер ваҡыт мин һыу ағымы менән атайымдан алыҫыраҡ китеп, саҡ батманым. Атай янда булғас, ул мине ҡотҡарҙы. Был ҡурҡыныс ваҡиғаны һаман да онотмайым, барыһы ла күҙ алдымда. Атайым – уң ҡанатым булмаһа, алда нимә буласағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Атай, атаҡайым, әлдә һин бар әле был донъяла! Ниндәй генә һүҙҙәр әйтһәм дә, аҙ кеүек. Һүҙемде Ф. Абдуллинаның шиғыр юлдары менән тамамлағым килә:
Бәлки, түгелмендер иң
тыңлаусан,
Хаталарым булһа, ғәфү ит,
Рәхмәт һиңә, атай, барлығыңа!
Һин – донъяла иң шәп атай бит!
Илнур Ҡасҡынбаев,
Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.