Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Февраль 2021, 10:43

Рәхмәт һиңә, атай!

Гәзит уҡыусыларға үҙемдең ғорурлығым, атайым –Рифҡәт Риф улы Ҡоҙаҡаев тураһында бәйән итәм.Атайым иҫ киткес тыныс холоҡло, кешелекле, ышаныслы кеше. Мин уны ныҡ яратам. Атаһына оҡшаған ҡыҙ бәхетле була, тиҙәр. Эйе, дөрөҫ һүҙҙәр. Мин атайыма ныҡ оҡшағанмын һәм туғандарым, атай-әсәйем булыуы менән бик бәхетлемен.

Беҙҙең өйөбөҙҙө һалдат кейемендә төшкән фотолар биҙәй. Улар – олатайым Риф Сөләймән улы, уның барлыҡ улдары – Рауил, Раил, Рифат бабайҙарым һәм атайымдың хәрби хеҙмәттә төшкән фотолары. Улар барыһы ла илебеҙ алдындағы бурыстарын тулыһынса үтәгәндәр.
Атайым “ҡыҙыу нөктә”лә була – Абхазия менән Грузия конфликтында башынан алып аҙағына тиклем ҡатнаша, барлыҡ илгә данлыҡлы Мәскәү округындағы Гвардейский-Таманский дивизияһында ракетчик булып хеҙмәт итә. Бик ауыр, аңлашылмаған йылдар була ул.
Йәш кенә егеттәр бында яҙмыш һынауын үтә. Ошо хәрби хеҙмәттә атайым тормош сынығыуын ала ла инде. Дуҫлыҡ, ғүмер ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ аңлай, туғанлыҡ хистәрен, ептәрен өҙмәй нығытып, татыу йәшәргә кәрәк, тигән уйҙар менән ҡайта тыуған яҡтарына. Әле лә армияны иҫкә алып һөйләп ала. Бергә хеҙмәт иткән иптәштәре менән һөйләшеп, осрашып та алалар.
Армиянан ҡайтҡас әсәйем Әлиә Миҙхәт ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, өс ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡәҙерлеләрем 23 йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп бергә йәшәйҙәр.
Атайым улдарында ла ил өсөн ғорурлыҡ, тыуған илеңде һаҡлау бурысын тәрбиәләй.
Ағайым Радмир ил алдындағы бурысын Смоленск ҡалаһында үтәп ҡайтыуға, икенсе ағайым Әлмир хеҙмәткә алынды. Әлеге көндә ул Ленинград өлкәһе Луга ҡалаһында хеҙмәт итә. Төпсөгөбөҙ Илмир ҡустым 3-сө класта белем ала.
Мин атай-әсәйемә беҙҙе рухлы, тәрбиәле итеп үҫтергәндәре өсөн рәхмәт белдереп, улар алдында баш эйәм.
Алина Ҡоҙаҡаева,
Малай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: