Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
11 Февраль 2021, 17:55

Ниһайәт, һыу колонкалары ҡуйылған

“Инцидент менеджмент” системаһы Республика менән идара итеү үҙәгенең айырылғыһыҙ өлөшө булып һанала. Инцидент системаһына эләккән бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмай.

Саҡмағош районы Иҫке Бәшир ауылының Хузин урамында йәшәүсе Елена Вишневская һыу колонкаһының булмауына борсолоп мөрәжәғәт итә. Ул ебәргән видеояҙманан күренеүенсә, урамда һыу үткән, әммә колонка юҡ. Һыу алыр өсөн ер аҫтынан шлангыларҙы тартып сығарыр кәрәк, етмәһә туңмаһын өсөн урам халҡы уларҙың өҫтөн ҡат-ҡат итеп әйбер-фәлән менән ябып ҡуйған.
“Зинһар ярҙам итегеҙ, нисәнсе йыл инде ауыл Советы башлығы Марсель Хәсәнов беҙҙең проблемаға иғтибар бирмәй”, - тип үтенә мөрәжәғәт итеүсе.
5 февралдә Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев, Хузин урамында һыу колонкалары урынлаштырылыуы тураһында хәбәр итә.

Автор: Римма Султанова.
Читайте нас: