– Былтыр Өфөләге “Тулҡын” паркын реконструкциялауҙың өсөнсө этабы тамамланды, бөгөн дә унда ҡыҙыу эш бара, – тине Павел Качкаев. – Миңә унда халыҡтың спорт менән шөғөлләнеүен күреү бик ҡыуаныслы булды.
Саҡмағош районында делегация “Башҡорт ихаталары” буйынса төҙөкләндерелгән объекттарҙы ҡараны, Благовар районында үҙәк парктың нисек яңыртылыуы менән танышты, Ҡырмыҫҡалы төбәгендәге 11 ихатаның, “Аҡкүл” һәм “Йәштәр” парктарының төҙөкләндерелеүен күрҙе. Борис Беляев билдәләүенсә, төҙөкләндереү эше төрлө райондарҙа төрлөсә башҡарылған, әммә һөҙөмтә һәр ҡайҙа күҙгә күренерлек.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин.