“Юғалған йоҡо”
Мәҫәлән, район Мәҙәниәт һарайында режиссер булып эшләүсе Элеонора Лаврентьева “Юғалған йоҡо” фильмында сыуаш, мордва, рус, татар һәм башҡорт телдәрендә яңғыраған бишек йырҙарының әһәмиәтен күрһәтте, уларҙы заманса мультфильмдар һәм видеолар алыштыра алмауын иҫбатланы. Картина бишек йырҙары менән заманса донъя араһында өҙөлгән епте бәйләргә саҡыра.
- Хеҙмәттәштәремдән “Ер һүҙе” проекты хаҡында ишеткәндән һуң, мин дә унда ҡатнашырға теләк белдерҙем. Дөрөҫөн әйткәндә, кастингты үтермен, тип уйламаған инем. Булат Йосопов мәктәбендәге курстарға яҙылыуым хаҡында белгәс, бик шатландым. Уҡыу бик ҡыҙыҡлы булды, режиссер һөнәре тураһында күп ҡыҙыҡлы яңылыҡтар белдем. Иң мөһиме – уҡырға бер ҡасан да һуң түгеллеген аңланым.
Нәҡ сәңгелдәк йырҙары темаһын һайлауым да осраҡлы ғына түгел. Минең үҙемдең дә кескәй улым бар һәм әлеге ваҡытта беҙ икенсегә бәпес көтәбеҙ. Сценарийҙы ирем Кирилл менән бергә яҙҙыҡ. Ул миңә фильмды төшөрөргә ярҙам итте һәм үҙе лә ҡатнашты. Был беҙҙең ғаилә фильмы тиһәк тә була, - тип уртаҡлашты Элеонора Шәүҡәт ҡыҙы.
Төп ролдәрҙе Кирилл Лаврентьев һәм Нәркәс Хәлитова башҡара. Фильмда шулай уҡ Ольга Исхаҡова, Дарья Якунина, Елена Мусина, Ғәлиә Хафизова, Эльмира Муллағолова ҡатнашҡан.
Минең ҡарашҡа, фильм бик фәһемле, һәм уға тәрән мәғәнә һалынған.
“Бәхет”
“Ҡырмыҫҡалы-ТВ” телевидениеһында эшләүсе йәш режиссер Вилдан Харрасов фильмын Олокүл ауылында төшөргән. Уның актерҙары ла ошо ауылдан, ябай кешеләр – уның таныштары һәм туғандары Алтынай, Флүзә һәм Рәлиф Вәлиевтар, Венера Кинйәбаева, Элина Фәхрисламова һәм Искәндәр Йосопов. Вилдан үҙе лә фильмда өлкән Булат ролен башҡара.
Сценарий буйынса кескәй Булатты ата-әсәһе ауылға өләсәһенә ҡалдырып китә. Өләсәһе һәм күрше ҡыҙы Алтынай малайҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтәләр. Ә 15 йылдан һуң үҫмер егет күрше ҡыҙы менән туған телендә иркен аралаша ала. “Туған телеңдә һөйләшә алыу – үҙе ҙур бәхет”, тип тамамлана фильм.
Әлбиттә, тәүге ҡоймаҡ – төйөрлө була, тигән мәҡәлдәгесә фильмдың ҡайһы бер етешһеҙлектәре күҙгә салына. Ләкин, сценарий авторы Вилдан Харрасов тамашасыларға туған телдә һөйләшеүҙең мөһимлеген мөхәббәт һәм юмор аша еткереп, үҙенең нимәгә ирешергә теләгәнен асып бирә алды.
- Ятып ҡалғансы – атып ҡалырға кәрәк, тип уйланым да проектта ҡатнашырға тәүәккәллек иттем. Унда ҡатнашып, мин бер нимә лә юғалтманым, киреһенсә, белемемде арттырҙым ғына. Киләсәктә фильмдар төшөрөүҙә унда алған тәжрибәмдең кәрәге тейер, тип ышанам, - ти Вилдан.
“Төшөнөү”
- Проектты ойоштороусылар беҙҙең өсөн яҡшы белем биреү программаһы төҙөгән. Лекцияларҙы режиссер Булат Йосопов үҙе һәм кинопродюсер Леонид Филинов алып барҙы. Беҙ нисек дөрөҫ итеп фильм төшөрөргә өйрәндек. “Ер һүҙе/онлайн” халыҡ-ара проектын Башҡортостан кинематографистары, Булат Йосопов киномәктәбе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ярҙамы менән ойошторған. Был юлы барлығы 40 картина презентацияланды, - тип уртаҡлашты “Ҡырмыҫҡалы-ТВ” телевидениеһында баш инженер булып эшләүсе Вячеслав Бухмастов.
Ул “Төшөнөү” фильмына сценарийҙы үҙе яҙған. Ә район Мәҙәниәт һарайы методисы Мәҙинә Усманова уны башҡорт теленә тәржемә итеп бирергә һәм киноны ла үҙенең йортонда төшөргә тәҡдим иткән. Олатай менән өләсәһенә ҡунаҡҡа уларҙың ейәндәре килә. Улар тәмле аштар бешереп, уларҙы шатланып көтөп торалар. Ләкин балалар килеү менән телефонда уйнар өсөн үҙ-ара бәхәсләшә башлайҙар. Кәйефтәре бер аҙ төшкән олатай менән өләсәй уларҙы телефондан айырыу юлын уйлап табалар. Өләсәй ролен башҡарған Фәйрүзә Ҡотлобаева балаларҙы үҙ эргәһенә ултыртып, башҡорт телендә бик мауыҡтырғыс әкиәт һөйләй. Тегеләр әкиәт донъяһына сумып, телефондары хаҡында оноталар. Әкиәткә “әгәр ҙә көн һайын тырышһаң, күнекмәләр эшләһәң, бар нимәгә лә өлгәшеп була”, тигән мәғәнә һалынған.
Ролдәрҙе район халыҡ театрының һәүәҫкәр артистары Тимур Усманов, Фәйрүзә Ҡотлобаева, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Салауат Әйүпов, Эмиль Һөйәрғолов, Айҙар Мөхәмәтгәрәев, район мәғариф бүлеге методисы Нәргизә Закирова һәм Ҡырмыҫҡалы гимназияһы уҡыусылары Арыҫлан Ҡотлобаев һәм Розалина Әйүпова бик оҫта итеп уйнаны.
Таныш кешеләрҙең ысын кинола ҡатнашыуҙары уны тағы ла мауыҡтырғысыраҡ итә һәм яҡташтарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары уята. Йәш режиссерҙарға киләсәктә тә тағы ла күп кинофильмдар төшөрөп, тамашасыларҙы ҡыуандырырға яҙһын.
Гөлсәсәк Аласова.