Даирә
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Февраль 2021, 17:18

Күңелдәрҙә йәшәй моң

Районда үткән “Гармуным, ҡурайым моңдары” онлайн-конкурсына моң һөйөүсе райондаштарыбыҙ ҙа ҡушылды.

Гармун һәм ҡурай – халҡыбыҙҙың киң таралған уйын ҡоралдары. Моң ғүмер буйы халҡыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығытҡан, иң ауыр саҡтарҙа ла күңелен күтәргән, шатландырған, йыуатҡан. Ул үҙенә буйһондороп, сихри донъяға алып инә, тормош ваҡлыҡтарын, көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноттора.
Районда үткән “Гармуным, ҡурайым моңдары” онлайн-конкурсына моң һөйөүсе райондаштарыбыҙ ҙа ҡушылды.
“Ансамблдәр һәм дуэттар”
номинацияһында 1-се урынды Түбәнге
Төкөн ауылының ҡурайсылар ансамбле яулаһа, 2-се урынға Фәнис Мирхәйҙәров һәм Фаягөл Сәлимгәрәева (Бишауыл-Уңғар) сыҡты, 3-сө урынды Динар
Батталов һәм Фидан Ибәтуллин (Үтәгән) алды.
7 йәштән 12 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары араһында 1-се урында - Булат
Хәсәнов (Ҡустығол), 2-селә - Дамир Кучумов (Ҡырмыҫҡалы).
13 йәштән 17 йәшкә тиклемгеләр араһында иһә 1-се урынды Камилла Шаймарҙанова (Иҫке Бәпес) яулаһа, 2-се
урында - Даян Мостафин (Ҡырмыҫҡалы), 3-сө урынды Илназ Хөсәйенов (Түбәнге
Төкөн) алды. 18 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләр араһында 1-се урын - Эльвира Ҡадирова
(Мөкәй) яулаһа, 2-се урынды Радмир Салауатов алды.31 йәштән өлкәндәр араһында 1-се
урынға ике номинант булды – Урал Байназаров (Сахай) һәм Динар Батталов
(Үтәгән), 2-се урынға Дилара Мөхәмәтгәрәева (Һәүәләй) һәм Фидан Ибәтуллин (Үтәгән) сыҡтылар, 3-сөлә - Рәғиҙә Дәүләтбаева (Ибраһим).
Динә Мөлҡамәнова, Айназар Абдуллин, Руслан Зейналов, Михаил Кудряшов, Әнүәр Халиҡовтар конкурс дипломанттары тип билдәләнде.
Бөтә конкурсанттарға киләсәктә музыка ҡоралдарынан айырылмауҙарын һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.
Фәрит ЯҠШЫҒОЛОВ.
Читайте нас в