Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәҙерлемә атай һөйөүен оҙаҡ тойорға тура килмәй – олатайым иртә вафат була.
Өләсәйем донъя ауырлыҡтарына бирешмә йенсә, улына һөйөү, наҙ, тәрбиә биреп үҫтерә.
Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, колхоз осоронда шофер һәм механизатор булып
эшләй. Ата йымды туғандарына, ауыл халҡына ярҙамсыл булыуы өсөн барыһы ла ихтирам итә. Әлеге көндә лә ул механизатор булып эшләй: иген сәсә, үҫтерә һәм йыйып алырға ярҙамлаша. Тыры шып эшләгәне өсөн етәкселек тарафынан Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнде.
Атайым әсәйем Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы менән татыулыҡта матур итеп донъя көтәләр. Рүзил ағайым өйләнде, ҡыҙҙары бар. Раян ағайым БДУның 4-се курсында уҡый, ул - буласаҡ юрист. Мин атайым менән ғорурланам һәм уны яратам.
Камилла ХӘСӘНОВА,
Шәрипҡол мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы