Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Февраль 2021, 16:57

Атайыбыҙ – оло таянысыбыҙ

Атайымдың исеме – Гөлфир. Ул Алайғыр ауы лында Флүзә һәм Тимерғәле Замановтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Ата-әсәһенәоҡшап эшһөйәр, аҡыллы, ихтирамлы булып үҫә.

Атай... Был һүҙҙә бик тәрән мәғәнә ята. Атайҙар ғаилә тотҡаһы ғына түгел, тыуған еребеҙҙең һаҡлаусыһы ла, ил терәге лә. Элек-электән беҙҙең
халыҡ араһында ғаилә башлығына ҙур ихтирам, оло хөрмәт менән ҡарағандар. Һәр атай көслө, батыр булырға һәм һәр бала: “Был
минең ата йым!” – тип шатланып, ғорурлыҡ менән әйтергә тейештер. Минең дә атайым бик күп яҡшы сифаттарға эйә. Ул көслө, батыр, киң күңелле,
төшөнкөлөккә бирелмәй торған кеше. Атайым янында мин үҙемде яҡлаулы итеп тоям. Үҙемде донъялағы иң бәхетле кеше,тип һанайым, сөнки мине
яратыусы әсәйем, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, терәк-таяныс булыр атайым бар. Атайымдың исеме – Гөлфир. Ул Алайғыр ауы -
лында Флүзә һәм Тимерғәле Замановтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Ата-әсәһенә оҡшап эшһөйәр, аҡыллы, ихтирамлы булып үҫә.
Атайым бик уңған, тырыш. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Үҙ көсө менән күркәм йорт һәм мунса төҙөнө. Тимерҙән гөл һа уыттары, мунса мейесе, төрлө һындар, ағастан эскәмйә лә эшләп ҡуйҙы. Эше күп булыуына ҡарамаҫтан, беҙгә лә ваҡыт таба. Беҙ уның менән төрлө уйындар уй найбыҙ, бергәләшеп ҡул эштәрен эшләйбеҙ. Ул шулай уҡ сәләмәт тормош яҡлы. Беҙҙә лә спортҡа һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уята. Иртән бергәләп
физик күнекмәләр эшләйбеҙ, ял көн дә рен дә тауҙа сана шыуабыҙ, саф һауала күберәк булырға тырышабыҙ. Иртә яҙҙан ҡараңғы көҙгә тиклем
баҡсала бергәләп эшләйбеҙ. Атайым ер ҡаҙып, бесән сапһа, беҙ инде емеш-еләк ултыртабыҙ, тәрбиәләйбеҙ. Атайым беҙҙең өсөн һәр ваҡыт терәк-таяныс. Беҙ
уны бик ныҡ яратабыҙ һәм ихтирам итәбеҙ. Ул беҙҙе һәр саҡ тәртипле булырға, ололарҙы ололарға, кеселәргә иғтибарлы булырға өйрәтә.
Гөлсинә ЗАМАНОВА,
Ҡарлыман мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: