Билдәле блогер, Омск фажиғәһендә ике аяғын юғалтҡан, әммә рух ныҡлығын һәм ихтыяр көсөн һаҡлай алған Рөстәм Нәбиевтең Америка буйлап сәйәхәт итеүе хаҡында хәбәр иткәйнек.
Сәфәр барышында уны самолеттан төшөрөп ҡалдырыуҙары хаҡында ла яҙҙыҡ. Әммә Башҡортостан егете бер ниндәй ауырлыҡ алдында ла юғалып ҡалмай. Әле ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Голливудта булғаны хаҡында хәбәр итте:
"Был урындарҙы тик һүрәттәрҙән күреп кенә белә инем. Үҙемдең ҡасандыр бында килерем хаҡында хыяллана ла алманым. Голлувуд, бына ниндәй икән һин! Бында килгәс үк мин ҙур хыялдар менән йәшәргә кәрәклеген аңланым. Шундай маҡсаттар булһын - улар хатта үҙеңә лә тормошҡа ашмаҫ кеүек тойолһон. Ә һин уларға табан бик күп көс һалып хәрәкәт итеүҙән туҡтамаҫҡа тейешһең.
Мин - ябай ауыл егете. Бында килеүем көтмәгәндә бәхет йылмайыуҙан түгел. Бында үҙ хыялыма ышанып, оҙон һәм ауыр юл үтеп килдем".
Рөстәм Нәбиевтең Америка буйлап сәйәхәте дауам итә.
Фото: Рөстәм Нәбиевтең Инстаграмдағы сәхифәһенән.