Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Ғинуар 2021, 15:03

Балалар китабы эшләгән

Гәзитебеҙҙә төрлө ҡул эштәре менән булышҡан, һәр яҡлап та һәләтле кешеләр тураһында яҙып торабыҙ. Улар хаҡында белеү гәзит уҡыусыларға ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә. Олокүл ауылында йәшәүсе Гөлнара Сафина иһә үҙенең балаларына ҡулдан бик сағыу, аң-белемде үҫтереүсе китап яһаған.

Гөлнара Олокүл ауылында тыуып үҫкән, урта мәктәпте ауылындағы мәктәптә тамамлаған. Уҡыусы сағында балалар музыка мәктәбенең фортепьяно класында ла шөғөлләнгән. Музыка мәктәбе бар буш ваҡытты алғанға күрә, башҡа түңәрәктәргә йөрөй алманым, ти ул. Тарих һәм йәмғиәт белемен өйрәнеү дәрестәрен бик ярата, шуға ла мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғандан һуң тыуған ауылындағы балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй. Бына икенсе йыл инде йәш уҡытыусы Олокүл урта мәктәбендә йәмғиәтте өйрәнеү һәм музыка дәрестәренән белем бирә.
Тормош иптәше Артур Фәрит улы менән Рушан һәм Данис исемле ике ул тәрбиәләйҙәр. Ире газ хеҙмәтендә диспетчер булып эшләй. Улдары Рушан бишенсе класта белем алһа, Данисҡа биш йәш, балалар баҡсаһына йөрөй.
- Китап эшләү теләгем икенсе улым менән декрет ялында ултырғанда барлыҡҡа килде. Интернетта балалар өсөн бик файҙалы китап эшләп булыуы хаҡында күреп ҡалғас та, минең улымдың да мотлаҡ шундай китабы булырға тейеш, тигән ҡарарға килдем. Бының өсөн мамыҡ, йөн һәм тирене баҫыу юлы менән эшләнгән фетр бик уңайлы икәнлеген белдем. Тотоп ҡарауға ла бик сифатлы һәм сағыу был материалдан ваҡ деталдәр киҫеүе һәм тегеүе еңел һәм уңайлы. Башта мин ҡул менән тегеп ҡараным, ләкин улай бик матур килеп сыҡманы. Шуға теген машинаһын һатып алырға тура килде. Теген машинаһы менән эш тиҙерәк китте. Фетрҙан китап тегеүҙең берҙән-бер етешһеҙлеге – ул материалдың ҡиммәт булыуы. Бер әйберҙең хаҡы 4000 һум килеп сыға. Фетрҙан балалар бүлмәһен биҙәр өсөн бик матур хәрефтәр тегергә лә мөмкин. Декрет ялында ултырғанда “Ҡырмыҫҡалы әсәйҙәре” проектында фетрҙан әйберҙәр тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреүҙә лә ҡатнаштым.
Улымдың китапҡа нисек ҡыуанғанын белһәгеҙ?! Көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡулына алып, һәр хәрефте, һәр һынды, биҙәкте тотоп ҡарап, төҫтәр, һандар һәм хәрефтәр танырға өйрәндек. Уны тәрбиәләүҙә китаптың файҙаһы бик ҙур булды тип әйтә алам. Бармаҡтарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү баланың телмәрен, фекерен үҫтерергә ярҙам итә. Беҙ уны әле лә ҡәҙерләп кенә, һаҡсыл ҡулланабыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшкә сыҡҡандан һуң яратҡан шөғөлөм менән булышырға ваҡытым ҡалмай, тиерлек. Шулай ҙа, форсат тейһә, тағы ла шундай китаптар тегергә уйым бар, - тип уртаҡлашты Гөлнара.
Үҙ ҡулдарың менән күңел йылыһы һалып эшләнгән һәр нимә ҡәҙерле була. Арағыҙҙа балалары өсөн уйынсыҡтар, китаптар эшләүселәр булһа, әйҙәгеҙ, гәзит биттәрендә тәжрибәләр менән уртаҡлашайыҡ.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: