Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Ғинуар 2021, 13:09

Әгәр ошо ҡыҙ булмаһа...

Ул тәртешкә менән тәҙрәне яра һуға һәм һеңлеһен сығара. Өйҙәш ир иһә...

13 декабрҙә Учалы ҡалаһының Некрасов урамында шәхси йортта ут сыға. Унда тотош ғаилә яныр ине, әгәр ошо ҡыҙ булмаһа.
Ул саҡта өйҙә 2004 һәм 2009 йылғы ҡыҙҙар, шулай уҡ уларҙың әсәһенең 1970 йылғы өйҙәше була, хужабикә - эштә. Ир мейестә утын тоҡандырам тип еңел тоҡаныусы шыйыҡсаны ҡулланырға була, әммә был матдә ялҡын булып тоҡанып китә.
“Шартлау тауышы ишеткәс, бүлмәлә булған ҡыҙҙарҙың береһе ирҙең ҡулы, кейеме яна башлағанын күреп ҡала. Ут иһә шунда уҡ мейес алдындағы иҙәнгә тарала. 16 йәшлек ҡыҙ аптырап тормай, баҙап ҡалған ирҙең янған кейемен һүндерә башлай. Улар янған бүлмә ишеге аша сығырға өлгөрмәй ҡала. Ҡыҙ тәртешкә менән тәҙрәне яра һуға һәм һеңлеһен сығара, ирҙе саҡыра. Сыҡҡас, бәлә хаҡында күршеләренә хәбәр итә”, – ти ваҡиға урынына сыҡҡан янғын һүндереүселәр.
Ҡыҙ үҙенең дөрөҫ эш итеүен тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресендә алған һабаҡтарға таяныуы менән аңлатҡан.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: