Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Ғинуар 2021, 16:44

“Балаларымды үҙ ғүмеремдән дә яҡын күрәм”,-ти “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыусы Гөлназ Абзанова

Ҡырҡ-илле йылдар элек ғаиләләрҙә бишәр һәм унан күберәк бала тәрбиәләү ғәҙәти күренеш һаналған. Биш бала тапҡандар “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеп, пенсияға илле йәштән сығыу бәхетенә ирешкән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер-береһенә: “Планыңды ҡасан тултыраһың?” – тип шаяртыу ҡатыш һорағандары иҫтә ҡалған.

Әлеге ваҡытта ла йәштәрҙең күп бала тәрбиәләүе маҡтаулы ла, һөйөнөслө лә күренеш. Районыбыҙҙа йыл һайын тиҫтәгә яҡын әсә ошондай миҙалға лайыҡ була. Декабрь айында Шайморатов ауылында йәшәүсе Гөлназ Абзановаға район хаки­миәтендә “Әсәлек даны” миҙалы тапшы­рылды. Гөлназ һәм Альберт Абзановтар биш бала тәрбиәләй. Иң өлкән ҡыҙҙары Анжеликаға – 21, Светланаға – 18, Алмазға – 15, Альбинаға – 6, кескәй Марселгә өс йәш.
“Берәй ҡасан күп бала үҫтерермен тип хыялландыңмы?”- тип һорайым Гөлназдан.
- Юҡ, был хаҡта уйлағаным да булманы, ләкин балаларымды үҙ ғүме­ремд­ән дә нығыраҡ яратам, - тип яуап ­бирҙе ул.
Гөлназ Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. Ләкин бала һәм йәш сағы Свердловск өлкәһендә үтә. Екатеринбург ҡалаһында бухгалтер һөнәренә уҡый. 1999 йылдың ғинуар айында әсәһе һәм ҡустыһы менән Тауһеңер ауылында йәшәүсе апаһына күсеп киләләр. Тиҙҙән Шайморатов ауылында йорт һатып алалар. Шунда буласаҡ тормош иптәше менән танышалар ҙа инде. Йәштәрҙең өйләнешеү ниәтенә атай-әсәйҙәре лә ҡаршы килмәй, матур итеп туй үткәрәләр. Ул саҡта Альберт колхозда механизатор булып эшләй, эшенән йорт бирәләр. Колхоз тарҡалғандан һуң ғаилә башлығы оҙаҡ ваҡыт Себер, Һамар, Сочи, Алыҫ Көнсығыш яҡтарына вахтала йөрөгәндән һуң, хәҙер Өфө ҡалаһына йөрөп эшләй. Гөлназ Ләбиб ҡыҙы мәктәп ашханаһында кухня хеҙмәткәре булып эшләй. Үҙҙәре яңы йорт һалып ингәндәр, мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр.
- Әлбиттә, атай-әсәйҙәребеҙҙән дә ярҙам ҙур. Әсәйем Гөлһылыу Ғүмәр ҡыҙы күп ваҡыт беҙҙең менән йәшәй, Екатеринбургҡа һирәк кенә ҡайтып килә. Иремдең ата-әсәһе Вәсилә һәм Фәрит Абзановтар яҡында йәшәйҙәр. Улар менән бик татыубыҙ, ҙур эштәрҙе бергәләп башҡарабыҙ. Олатай-өләсәйҙәрҙен балалар ҙа бик ярата, - ти Гөлназ Ләбиб ҡыҙы.
Балалар бер-береһен ҡарашып, йорт эштәрендә лә атай-әсәйҙәренә ярҙам итешеп торалар. Өлкән ҡыҙҙары кадастр инженеры ярҙамсыһы булып эшләй. Светлана мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, авиация институтында белем ала. Алмаз мәктәптә уҡый, электроника менән мауыға. Кескәй Альбина менән Марсель китаптар уҡыу, һүрәт төшөрөү менән мауыға.
“Әсәлек даны” миҙалын алыуығыҙ менән ғорурланаһығыҙмы? – тигән һорауымды бирәм Гөлназға.
- Эш миҙалда түгел, иң мөһиме – бала­ларыбыҙ һау-сәләмәт, тәүфиҡлы, изгелекле булып үҫһендәр, донъялар имен булһын. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уларҙы ысын кешеләр итеп тәрбиәләү өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ, - тине Гөлназ Абзанова.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: