Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Ғинуар 2021, 20:10

Әгәр шул мәлдә Искәндәр булмаһа...

Рәсәй Тәфтиш комитеты “Ҡыҙыу йөрәк” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт тәҡдименә ярашлы Нефтекама ҡалаһында йәшәгән 15 йәшлек үҫмер Искәндәр Зөфәровты бүләкләне. Уға эскерһеҙ ярҙамға ашыҡҡаны өсөн Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин ҡул ҡуйған Почет грамотаһы тапшырылды.

Былтыр 18 февралдә Искәндәр Нефтекама ҡалаһында грек-рим көрәше секцияһында шөғөлләнгән иптәштәре менән урман буйлап йүгерергә сыға. Төркөмдән айырылып киткәс, ул ҡар өҫтәндә тора алмай ятҡан оло ҡатынды күрә. Искәндәр “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыра, тик ҡайһы урында булыуҙарын аңлата алмай, етмәһә, автомобиль үтә алмаҫлыҡ ерҙә булалар. Шуға ла ул ҡатынды медицина хеҙмәткәрҙәре килеп етерлек урынға алып сығарырға ҡарар итә.
Искәндәр оло йәштәге ҡатынды 100 метр самаһы күтәреп бара, һуңынан уға ярҙамға иптәше килә. Шулай итеп, ауыр хәлдә булған ҡатынды бергәләп сығарып, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар.
Һуңынан билдәле булыуынса, ҡатын юғары ҡан баҫымы менән интеккән булған, шуға ла табиптар уға саф һауала йөрөргә тәҡдим иткән. Әммә ул үҙ көсөн баһалап етмәгән: алыҫ араға йөрөрлөк хәлдә булмаған. Әгәр егеттәр килеп сыҡмаһа, уға ярҙам итеүсе табылыр инеме икән?
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: