Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
6 Ғинуар 2021, 15:27

Балаларға шатлыҡ бүләк итә

Яңы йыл - һәр кемдең көтөп алған байрамы. Бигерәк тә балалар унан мөғжизәләр көтә. Ә Күлләр ауылында йәшәүсе Римма Сөләймәнова үҙ өйөндә яңы йыл иртәлеге үткәреп, балаларға онотолмаҫ ял минуттары бүләк итте.

- Үҙем дә бәләкәй саҡта Яңы йылды ихлас күңелдән көтөп ала торғайным. Яңы йылдан да бигерәк, атайым мәрхүмдең Ҡыш бабай булып кейенеп, ат егеп, ҡыңғырауҙар тағып урам буйлап бала-сағаны тейәп йөрөтөүе, бүләктәр таратыуы үҙе ни тора ине!
Йылдар үтте, клубтарҙа гөрләтеп Яңы йыл байрамдарын үткәрә башланыҡ. Гөлнара еңгәй Курпачеваның күңелле саралар үткәргән саҡтары ныҡ иҫтә ҡалған. Ауылда клуб ябылғандан һуң сараларҙы үткәреп, үҙ күңелебеҙҙе күрә башланыҡ. Быйыл иһә оло кешеләргә өйҙән сығырға ярамағас, 31 декабрҙә 13 йәшкә тиклемге балаларҙы өйгә йыйырға булдым, - тип һөйләй Римма Сабирйән ҡыҙы.
Ул башта балаларҙың ата-әсәләренән, балаларығыҙҙы ебәрәһегеҙме, тип рөхсәт алып сыға. Һуңынан улдары Рәмил һәм Илфат менән сараның сценарийын төҙөйҙәр. Был ниәтен Ефремкин ауыл Советы биләмәһе башлығы Наталья Александ­ровнаға ла еткерә. Ул ризалығын ғына биреп ҡалмай, балаларға татлы күстәнәстәр алырға ла ярҙам итә. Шулай уҡ Гүзәл Сыңғыҙова, Гөлфиә Вәлитовалар ҙа матди ярҙам күрһәтә.
- Ауылда бөтә балалар килмәһәләр ҙә, тиҫтәнән артыҡ бала йыйылды. Бейештек, әйлән-бәйлән, уйындар уйнаныҡ. Ноутбук алдан төҙөгән программаларҙы аса алмауына ла аптырап ҡалманыҡ, “Үгеҙ йөҙөк”, “Мумие” һәм башҡа ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ. Сара аҙағында һәр балаға тәмлекәстәр тараттыҡ. Ярай, яҙға кәкүк сәйе үткәрермен, Алла бирһә, тип уйлап ҡуйҙым. Бына шулай яңы йыл күңелле генә башланып китте, - тине Римма Сөләймәнова.
Үҙ өйөңдә балалар йыйып, уларҙың күңелен күреү өсөн бер яҡлап изге йөрәкле, тәүәккәл булыу, икенсе яҡтан балаларҙы ысынлап та яратыу кәрәктер ул. Римма Сөләймәновала был сифаттар барыһы ла бар. Уның үҙенә лә балаларҙы һөйөндөргәне өсөн изгелектәре икеләтә ҡайтһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: