Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Ғинуар 2021, 20:45

Афарин, егеттәр!

Районда хоккей уйынын яратыусы йәштәребеҙ булыуы ҡыуаныслы күренеш. Ә уларҙы яңы еңеүҙәргә дәртләндереү өсөн тырышҡан рухлы, ярҙамсыл егеттәребеҙ булыуы тағы ла ҡыуаныслыраҡ.

Нисек инде еңгән командаға бер ниндәй ҙә дәртләндереү сараһы ла юҡ. Хәҙер беҙ уны ойошторабыҙ тинек тә, баш ҡаланан кубок алып ҡайтып хоккей уйынсыларына бүләк иттек, - ти күптән түгел генә кескәй балаларға яңы йыл күстәнәстәре таратып ҡыуандырған егеттәр.
Кисә улар ярҙамында Һәүәләй ауылында хоккей буйынса турнир уҙғарылды. Унда Сахай һәм Бишауыл Уңғар ауылдарының йыйылма командалары боҙҙа көс һынашты. Ныҡышмалы бәйгенән һуң Сахай ауылы командаһы еңеү яуланы һәм күсмә кубокка лайыҡ булды.
Киләсәктә күсмә кубок тағы ла бик күп еңеүсе командаларҙы ҡыуандырыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Арабыҙҙа маҡсаттарына ынтылыусан, үҙ егеттәре һәм ҡыҙҙары өсөн тырышҡан егеттәребеҙ күберәк булһын ине.
Әйткәндәй, барыһы ла хоккейсы була алмай. Кем дә кем, көрәш, ҡул һуғышы төрҙәрен үҙләштерергә теләй, дүшәмбе, шаршамбы, йома көндәрендә биш йәштән алып , барыһын да Ҡырмыҫҡалы ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында көтәбеҙ. Тренерҙары Асҡар Ишбирҙин һәм Денис. Рәхим итегеҙ!
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: