Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
30 Декабрь 2020, 20:30

Яңы йылға – ҙур бүләк

Яңы йылға аяҡ баҫыр алдынан Атйетәр һәм Сихонкино ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыу тантаналары үтте. Ауыл халҡын ҡотларға район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның социаль эштәр буйынса урынбаҫары Флизә Макеева, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Салауат Камалетдинов килде.

- “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса бер нисә ай эсендә барлыҡҡа килгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары заманса шарттарға яраҡлаштырылып төҙөлгән. Йылы һәм уңайлы биналар халыҡтың һаулығын ҡайғыртыу өсөн тулыһынса әҙер. Мин был ауылдар халҡы өсөн бик шатмын. Барығыҙҙы ла яңы йыл менән ҡотлайым, ныҡлы сәләмәтлек һәм бәхет теләйем“, - тине Әлфир Фәрхәт улы.

“Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килгән фельдшерҙар Светлана Григорьева һәм Фәнилә Батталовалар быға тиклем дә ошо ауылдар халҡын хеҙмәтләндергәндәр һәм киләсәктә тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә вәғәҙә бирҙеләр.
- Быға тиклем авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләнем. Ике йыл 360 оло кешене һәм 36 баланы хеҙмәтләндерәм. Яңы, йылы, заманса бинала эшләйәсәгемә бик шатмын. Республика башлығы Радий Хәбировҡа, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа, Сәләмәтлек һаҡлау министрлығына һәм район үҙәк дауаханаһы баш табибы Салауат Камалетдиновҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм. – тине 22 йыл эш стажына эйә булыусы медицина хеҙмәткәре Фәнилә Рәмил ҡыҙы.
Ауыл халҡы ла үҙ исеменән рәхмәт белдереп сығыш яһаны. Халыҡҡа ла, медицина белгестəренə лə ҙур ҡыуаныс килтергән сәләмәтлек һаҡлау үҙәктәре оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт итһен.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: