Ҡырмыҫҡалы ауылынан Роза һәм Марат Тажетдиновтар гәзит уҡыусылар араһында бүләктәр уйнатыуға бүләк итеп биргән йорт ҡуянын уларҙың йорттарына алып барып тапшырҙы. Уларҙың улдары Илнар тере бүләккә бигерәк тә ҡыуанды. "Әсәй, ҡуянды үҙем ҡарайым", тип ҡосаҡлап та алды.