Улар быны ихлас күңелдән балаларҙы шатландырыу өсөн эшләне. Әйткәндәй, ошо уҡ егеттәр пандемия осоронда өйҙәргә йөрөп, өлкән йәштәгеләргә бушлай битлектәр ҙә таратып сыҡҡан ине. Үҙҙәренең теләктәре һәм изге күңелдәре менән донъяны әҙерәк булһа ла яҡшыға үҙгәртергә, башҡаларға ла яҡшылыҡ һәм изгелек өләшкән егеттәргә тик афарин тиергә генә ҡала. Уларға балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре исеменән рәхмәт әйтәбеҙ.