Раевкалағы “Әлшәй-ит” комбинаты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә етештереүҙе киңәйтеп, экспортҡа сығырға һәм хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға ниәтләй. Йыл һайын предприятие 5,5 мең тонна ит һәм 228 тонна колбаса ризығы етештерә. Яҡын арала комбинатты күләмле реконструкция көтә. Предприятиела һаҡсыл технологияларҙы сусҡа итен ҡабул итеү процесынан башламаҡсылар. Төп бурыс – был процесты песонал өсөн ябай һәм уңайлы итеү. Ит комбинаты мал аҫрауҙан алып 40-тан ашыу төрлө әҙер продукция (бешкән, бешкән-ыҫланған, ярым ыҫланған колбаса ризыҡтары, сосиска, сарделька, ит ярымфабрикаттары, туңдырылған һәм һыуытылған ит) сығарыуға тиклем етештереүҙең тулы циклын тормошҡа ашыра. Милли проектта ҡатнашыу уға баҙарҙа конкурентлыҡты көсәйтергә, продукцияның үҙҡиммәтен кәметергә, етештереү күләмен арттырырға булышлыҡ итәсәк. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: vk.com Лилия Давлетбакова