Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Декабрь 2020, 21:39

Йөрәге тибеүҙән туҡтаған водителде... терелткән

Машина салонынан бәләгә тарыған кешене һөйрәп сығаралар. Был мәлдә...

Ғәжәп хәлдәр донъяла күп. Ҡыйыулыҡ, йылғырлыҡ мөғжизәләр тыуҙыра. Айырыуса быйыл заман батырҙары, табиптар, ирекмәндәр, “Ашығыс ярҙам” фельдшерҙары һәм водителдәренең эшмәкәрлеге алдында хөрмәт менән баш эйерлек.
“Бәйләнештә” селтәрендә бер водитель үҙен үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған табипҡа ҙур рәхмәт белдергән. Авария 11 декабрҙә Авдон - Йоматау трассаһында була. Машина юл ситендәге канауға осоп түңкәрелә. Көтөлмәгән ваҡиғаға шаһит кешеләр ярҙамға ташлана. Машина салонынан бәләгә тарыған водителде һөйрәп сығаралар.
“Бәхеткә ҡаршы, Республика перинаталь үҙәгендә эшләгән табип-анестезиолог Илнур Мәсәлимов осрай. Был мәлдә аварияға эләккән водителдең йөрәге туҡтаған була. Табип реанимация әмәле ярҙамында йөрәкте эшләтә, ирҙе үлемдән ҡотҡара, - тип һөйләнеләр медицина учреждениеһында. - Авариянан һуң үлеп терелгән водитель ҡотҡарыусыһына рәхмәт белдерҙе. Табип кеше ғүмерен ял иткән ваҡытында ҡотҡарған. Хеҙмәттәшебеҙгә һәр төрлө осраҡта ла үҙенең һөнәри бурысына тоғро ҡалыуы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ”.
Түңкәрелгән машиналағы пассажирҙарҙың иһә береһе лә зыян күрмәгән.
Фото: vk
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: