Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
16 Декабрь 2020, 15:53
«Тамға»ла Гран-приҙы кем яуланы?
Гран-приҙан тыш, конкурста 1-се урынға лайыҡ булғандарҙың исемдәре лә билдәле булды.
Кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡорт теле көнөнә арнап үткәрелгән сарала “Тамға” I Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының төп еңеүсеһе – Гран-при эйәһе иғлан ителде: Юлай Ғәлиуллин, “Мәргән уҡсы” ойошмаһы етәксеһе.
Награданы — 300 мең һумлыҡ сертификатты еңеүсегә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.
“Башҡорт милли костюмы – реконструкция” номинацияһында улус старшинаһы образын кәүҙәләндереү конкурсантҡа еңеү килтерҙе. Милли кейем тарихи өлгөгә нигеҙләнеп тергеҙелгән.
Гран-приҙан тыш, кисәлә 1-се урынға лайыҡ булғандарҙың исемдәре лә билдәле булды. Улар:
“Башҡорт милли костюмы – реконструкция” номинацияһында – Роберт Хәмиҙуллин (Өфө ҡалаһы);
“Башҡорт милли биҙәүестәре” — Рөстәм Дәүләтов (Өфө ҡалаһы);
“Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары” – Гөлдәр Шабиева (Салауат районы);
“Заманса авторлыҡ костюмы” – Роза Юлдашбаева (Өфө ҡалаһы).
Был лауреаттарға 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.
Фото: “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” порталы.
Автор: Равиля Гатауллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Tam-a-la-Gran-pri-i-kem-yaulani-592409/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?