Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
16 Декабрь 2020, 15:46
Гөлназ Асаева атаһы менән ни өсөн осрашҡан?
Башҡортостандың эстрада йырсыһы Гөлназ Асаева йәшләй генә тамашасы күңелен яуланы. Үҫеп еткәс, уның ошо юлдан китеүенә береһе лә ғәжәпләнмәне, сөнки тәбиғәттән килгән моңло тауышлы ҡыҙ нәҡ сәхнә өсөн яратылған. Аптырарға ла түгел инде: йыр-моң уның әсә-атаһынан килә. Лилиә Биктимерова менән Рәстәм Асаевтың йәшлек мөхәббәте емеше булып тыуған ул ҡыҙ. Яҙмыш елдәре парҙы айырһа ла, Гөлназ атаһы менән бәйләнешен өҙмәй. Гөлназ менән Рөстәм Асаевтар бер осрашҡанда "Ҡышҡы романс"ты онлайн башҡарып, социаль селтәргә һалған. Атай менән ҡыҙҙың бер-береһенә шундай йылы мөнәсәбәттә булғанына һоҡланып, был йырҙы тыңлағы ғына килеп тора. Нимә тип кенә әйтмәһендәр, балаға әсәй ҙә, атай ҙа кәрәк шул. Гөлназ менән Рөстәм Асаевтарҙың был йырҙы башҡарыуын тыңлағығыҙ килһә, беҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмгә инегеҙ. Фото: tatar-today.ruАвтор: Рәмилә Мусинаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/G-lnaz-Asaeva-ata-i-men-n-ni-s-n-osrash-an-587454/
Башҡортостандың эстрада йырсыһы Гөлназ Асаева йәшләй генә тамашасы күңелен яуланы. Үҫеп еткәс, уның ошо юлдан китеүенә береһе лә ғәжәпләнмәне, сөнки тәбиғәттән килгән моңло тауышлы ҡыҙ нәҡ сәхнә өсөн яратылған.
Аптырарға ла түгел инде: йыр-моң уның әсә-атаһынан килә. Лилиә Биктимерова менән Рәстәм Асаевтың йәшлек мөхәббәте емеше булып тыуған ул ҡыҙ. Яҙмыш елдәре парҙы айырһа ла, Гөлназ атаһы менән бәйләнешен өҙмәй.
Гөлназ менән Рөстәм Асаевтар бер осрашҡанда "Ҡышҡы романс"ты онлайн башҡарып, социаль селтәргә һалған. Атай менән ҡыҙҙың бер-береһенә шундай йылы мөнәсәбәттә булғанына һоҡланып, был йырҙы тыңлағы ғына килеп тора. Нимә тип кенә әйтмәһендәр, балаға әсәй ҙә, атай ҙа кәрәк шул.
Гөлназ менән Рөстәм Асаевтарҙың был йырҙы башҡарыуын тыңлағығыҙ килһә, беҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмгә инегеҙ.
Фото:
tatar-today.ru
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/G-lnaz-Asaeva-ata-i-men-n-ni-s-n-osrash-an-587454/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла