Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
16 Декабрь 2020, 15:50

Башҡорт Ҡыш бабайы һеҙҙе көтә!

Ҡунаҡтар өсөн төрлө күңел асыу саралары ҡаралған: шәхси һәм төркөмләп ҡотлау, яңы йыл сувениры яһау буйынса оҫталыҡ дәресе, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән, Ҡыш бабайҙан видеошылтыратыу.

19 декабрҙән Ишембай районындағы Торатау битләүендә Ҡыш бабай резиденцияһы эшләй башлай. Әммә унда телефон аша алдан яҙылыу буйынса ғына барырға була. Был хаҡта "Торатау" геопаркының сайтында тулыраҡ белешмә бар.
Ҡунаҡтар өсөн төрлө күңел асыу саралары ҡаралған: шәхси һәм төркөмләп ҡотлау, яңы йыл сувениры яһау буйынса оҫталыҡ дәресе, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән, Ҡыш бабайҙан видеошылтыратыу. Хаҡтары – 150-500 һум.
Шулай уҡ Торатау буйында аттар егелгән санала, ҡаргиҙәрҙә, квадроциклда йөрөргә, парапланда осорға, экоҡунаҡхананың йылы тирмәләрендә урынлашырға була. Геопарк хеҙмәткәрҙәре "Еҙем буйлап һыбай тур", "Мәмбәткә – саналарҙа", "Изге шишмәләр", "Дөйәғоштарға ҡунаҡҡа" тигән ҡышҡы маршруттар ҙа асҡан.
Фото: geopark-toratau.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/yal-s-tend/Bash-ort-ish-babayi-e-e-k-t-592565/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: