Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Декабрь 2020, 20:11

Ҡоролтай эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Шул да билдәле булды: 2021 йыл Башҡортостанда ниндәй йыл тип иғлан ителәсәк?

Бөгөн онлайн тәртибендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте. Ҙур сарала Башҡорт теле йылына, ойошманың быйылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, башҡарма комитет ағзалары, комиссиялар рәйестәре, ғалимдар, район-ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре һәм башҡалар ҡатнашты. Сараны Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Президиум рәйесе 2020 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны. Ағымдағы йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәс, ҡоролтай саралары үтә күп булды. Әммә март аҙағында башланған коронавирус пандемияһы бында ла үҙ үҙгәрештәрен индермәй ҡалманы. Сикләүҙәр сәбәпле ҡайһы бер саралар үткәрелмәне, сит төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ янына төрлө осрашыуҙар уҙғарыу өсөн барып булманы. Тик ҡоролтай ағзалары тиҙ арала онлайн тәртиптә эшләргә өйрәнде, ошо рәүешле хатта халыҡ-ара кимәлдәге саралар ҙа ойошторҙолар. Һөҙөмтәлә кешеләр ҙә күберәк йәлеп ителде. "Быйылғы йыл ваҡиғаларға бай булды. Уларҙы һанап бөтөрлөк тә түгел. Телде яҡлау һәм үҫтереү өсөн гранттар бирелде, Шайморатов вариҫтары проекты тормошҡа ашырылды, тарихи шәхестәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде, халыҡ-ара, ил, республика кимәлендә мөһим саралар үткәрелде һәм бик күп эштәр атҡарылды", – тине Эльвира Айытҡолова. Ыңғай миҫалдар, ысынлап та, бик күп. Ҡоролтайҙың төрлө комиссиялары ағзалары үҙ тармағында алып барылған эштәр тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант акцияһы киң популярлыҡ яуланы. Быйыл унда 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, улар иҫәбендә илдең 18 төбәге һәм 24 сит ил вәкиле булды. Текстарҙың төрлө кимәлдә булыуы ҡатнашыусыларҙың һанын күпкә арттырҙы. Бынан тыш, беренсе тапҡыр диктант яҙыусыларға төньяҡ-көнбайыш диалектындағы текст варианты ла тәҡдим ителде. Башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе үҫтереү буйынса грант проекттары эше лә яңыса ойошторолдо. Өҫтөнлөклө темалар исемлеге булдырылды. Мәҫәлән, 2018 йылда заявкаларҙың күпселеге китап нәшер итеүҙе, концерттар ойоштороуҙы күҙ уңында тотһа, 2021 йылға тәҡдим ителгән проекттарҙың күбеһе һанлаштырыу, мобиль ҡушымталар булдырыу, башҡорт телен уҡытыу буйынса яңы методикалар әҙерләү, балаларҙың тел мөхитен формалаштырыуға ҡоролған проекттарҙы (уйынсыҡтар, смартфондар һәм башҡа проекттар) тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай. Башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар ойошторолдо. Улар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн дә уҙғарылып тора. “Эшлекле башҡорт теле” китабын әҙерләп баҫтырыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә булды. Мәғариф һәм фән министрлығы ҡоролтай менән берлектә Башҡорт теле уҡытыусылары форумын уҙғарҙы. Был сараны ҡатнашыусылар бик юғары баһаланы. Мәҙәниәт өлкәһендәге проекттар ҙа – тел мөхитен булдырыуҙың төп ҡоралдары. Быйыл Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә алты башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк асылды. Быйыл “Йәшлек шоу” эстрада йыры конкурсы, “Һылыукай” конкурсы беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылды. Конкурстарҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан, Һамар, Һарытау, Ырымбур ҡалалары, Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы һәм Ханты-Манси автономиялы округы вәкилдәре ҡатнашты. Ошондай конкурстар йәш быуында башҡорт телен өйрәнеүгә оло ҡыҙыҡһыныу уята. Быйыл төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына ҙур иғтибар бирелде. “Без – башҡортлар” проекты эшләнде һәм халыҡ араһында танылыу яуланы, ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы. Әлеге сарала комиссия ағзалары үҙ теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе. Урал Килсенбаев уларҙың һәр береһе өҫтөндә уйларға вәғәҙә бирҙе. Мөмкин булғандары киләһе йылдан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Әйткәндәй, киләһе йыл буйынса ла тәҡдим әҙер. 2021 йыл Башҡорт теле тарихы йылы тип иғлан ителәсәк. Был тарихты нығыраҡ өйрәнеүгә булышлыҡ итер тип көтөлә. Шулай уҡ киләһе йылда мөһим сәйәси сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы көтөлә. Уға ла әүҙем әҙерлек бара. #БашЯз2020 #ДеньБашкирскогоЯзыка2020 #БашҡортТеле2020 #Баштел2020 Фото: "Бәйләнештә". Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в