Даирә
+12 °С
Облачно
Афарин!
14 Декабря 2020, 08:10
Ильдар Абдразаҡов кинофильмда төшкән
Бар донъяға билдәле йырсы үҙен кино актеры булараҡ күрһәтәсәк
Күренекле яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов актер Данила Козловскийҙың фильмында төшкән. Был йәһәттән йырсы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тәьҫораттары менән бүлешеп: "Сер асырға йыйынмайым, шулай ҙа тиҙҙән экрандарға Данила Козловскийҙың "Карамора" фильмы сығасаҡ. Үҙемде киноактер сифатында һынап ҡарарға мөмкинлек биргәнең, шулай уҡ үҙ ваҡытында атайымдың да кино төшөргәнен хәтерләткәнең өсөн ҙур рәхмәт һиңә, ҡәҙерле Данила", тип яҙған.
Тәүҙә был фильм ТВ-3 каналында 2017 йылда уҡ сығарылырға тейеш булып (ул ваҡытта режиссеры Илья Найшуллер), күп сериялы итеп планлаштырылған. Тик 2019-ҙың көҙөндә уны тулы метражлы фильм итергә ҡарар иткәндәр. Был юлы режиссерлыҡты актер Данила Козловский үҙ өҫтөнә алған. "Карамора"ның сюжеты өлөшләтә Көмөш быуат рус авторҙарының әҙәби әҫәрҙәренә нигеҙләнеп ҡоролған.
Сюжеты тураһында күпте һөйләмәй, шуны ғына әйтке килә: фильм фэнтэзи һәм мистика ҡарарға яратыусылар өсөн бик мауыҡтырғыс булмаҡсы.
Фото:ВКонтакте.
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ildar-Abdraza-ov-kinofilmda-t-shk-n-588170/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!