Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Декабрь 2020, 06:17

Был проекттар халыҡ өсөн бик кәрәк

Өфө ҡулса электричкаһы, Нуғай тимер юлы аша юл күпере, Көнбайыш һәм Көньяҡ экспрестар... Улар хаҡында ниндәй яңылыҡтар бар?

Башҡортостанда магистраль тиҙлекле бәйләнеш булдырырға йыйыналар. Был турала республика Башлығы Радий Хәбировҡа Куйбышев тимер юлы – “РЖД” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы начальнигы Вячеслав Дмитриев һөйләне. Ул шулай уҡ тармаҡтың 2020 йылдың 11 айы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, киләсәк пландар тураһында әйтте. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы генераль директоры Антон Гармаш белдереүенсә, тимер юлсылар пассажирҙар ташыу баҙарынан легаль булмаған таксистарҙы ҡыҫырыҡлап сығармаҡсы. Өфөнән Дәүләкән яғына, Приют ҡасабаһына - Көнбайыш экспресс, ә Күмертауға һәм артабан Ырымбурға барып етеү мөмкинлеге менән Көньяҡ эксперсты ебәрмәкселәр. Пассажирҙарҙы уңайлы рельслы автобустар хеҙмәтләндерәсәк. Элек Өфөнән Күмертауға экспресс алты сәғәт барһа, хәҙер был ваҡыт ике тапҡырға ҡыҫҡарасаҡ. 2021 йылда ошо маршруттарға “Алға” картаһын индермәкселәр, һөҙөмтәлә “Башавтотранс” менән берлектә хеҙмәтләндереү яҡшырасаҡ. Ошо айҡанлы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына “Алға” картаһын файҙаланғандар өсөн бонус программалары әҙерләргә ҡушты. Тимер юлсылар фекеренсә, уларҙың хеҙмәттәренән ҙур булмаған ҡала-ауылдарҙа йәшәгән кешеләр, айырыуса Өфөлә һәм ҙур ҡалаларҙа эшләгәндәр, шулай уҡ туристар, баҡсасылар ҡулланасаҡ. Көньяҡ йүнәлеш кенә 1,7 миллион самаһы кешене хеҙмәтләндерәсәк. Башҡортостан Башлығына шулай уҡ “Өфө” тимер юл вокзалы перронында "Ҡарлуғас" электричкаһын күрһәттеләр. Уның үҙенсәлеге шунда: даими һәм алмашыусан токта эшләй ала. Һөҙөмтәлә Өфөнән алып Абзаҡ яғына күсеп ултырмай ғына йөрөй торған маршруттар менән тәьмин итә аласаҡ. Ә сығарып була торған баҫҡыс арҡаһында пассажирҙар платформаларҙа уңайлы рәүештә менә һәм төшә аласаҡ. 12 декабрҙә таң менән “Ҡарлуғас” тест режимында туристар араһында популяр булған тау саңғыһы йүнәлеше буйынса барасаҡ. Артабан электричка “Өфө – Магнитогорск” маршруты буйлап йөрөйәсәк. Өфөнөң вокзал комплексы төҙөкләндереүе барышын ҡарап сыҡҡас, Радий Хәбиров менән Вячеслав Дмитриев кәңәшмә үткәрҙе. Унда Өфө тимер юлы төйөнө үҫеше сиктәрендә “Дим – Иглин” баш ҡаланы Көньяҡтан урап үтеү участкаһында икенсе тотош юлдар төҙөү, транспорт-логистика хеҙмәттәре күрһәтеү мөмкинлектәре, йөктәрҙе контейнерҙарҙа ташыу, шулай уҡ халыҡтың тимер юлдарында хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. "Быйылғы йылдың 11 айы эсендә Башҡортостан тимер юлсылары 20 миллион тонна йөк ташыған, – тине Вячеслав Дмитриев. – Республика бюджетына компания 1,3 миллиард һум аҡса күсерҙе. Беҙ Стәрлетамаҡта, Салауатта, Туймазыла һәм Иглинда вокзалдарҙы ремонтланыҡ. Планда - 2021 йылда Өфө вокзалын төҙөкләндереүҙе тамамлау. Артабан вокзал яны биләмәһен тәртипкә килтерәсәкбеҙ һәм ҡунаҡхана төҙөйәсәкбеҙ". Куйбышев тимер юлы начальнигы белдереүенсә, ҡаланы көньяҡтан урау юлы менән Өфө ҡулса электричкаһы планы раҫланған. Финанслау сығанағы эҙләү башланған. – Беҙҙең кешеләр аэропортҡа инеү менән Өфө электричкаһы проектын тормошҡа ашырыуҙы бик теләй, – тине Радий Хәбиров. – Проекттың бик юғары хаҡын иҫәптә тотоп, беҙ уны концессион шарттарҙа тормошҡа ашырырға тәҡдим итәбеҙ. Тимер юлсылар шулай уҡ Аллағыуат – Салауат аралығында Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында урынлашҡан “Алға” махсус иҡтисади зонаһына барып етеү өсөн тимер юлдар төҙөүҙә ҡатнашыу теләген дә белдерә. Тимер юл үткән ерҙәрҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса ҡабул ителгән өҫтәмә программа 2022 йылға тиклем туғыҙ объектта эште тамамлау мөмкинлеге бирәсәк. Башҡортостан Башлығы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына Дәүләкән һәм Нуғай тимер юлдары аша юл күпере төҙөүҙең проект-тикшереү эштәрен тиҙләтергә ҡушты. Кәңәшмә һуңында Радий Хәбиров менән Вячеслав Дмитриев Башҡортостан Республикаһы менән “РЖД” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында инновацион үҫеш йәһәтенән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Компания ҙур вәғәҙәләр биргән стартаптарға ярҙам итәсәк, аҙаҡ уларҙы Рәсәй тимер юлдары системаһына индереп буласаҡ. Бынан тыш, документ һәләтле йәштәр, студенттар һәм ғалимдарҙы йәлеп итеү өсөн тематик конкурстар башлауҙы күҙ уңында тота. – Беҙҙеңсә, Өфөлә формалашҡан донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге мөмкинлектәре республикаға һәм “РЖД”ға перспективалы ғилми идеяларҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу мөмкинлеген асасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бурыстар бик күп. Уларҙы кешеләр мәнфәғәте һәм иҡтисад үҫеш өсөн бергә хәл итәсәкбеҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: