Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Декабрь 2020, 14:54

“Республикабыҙ өсөн был – ҙур еңеү”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм ғилми ойошмалары етәкселәре менән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Мәғлүм булыуынса, 3 декабрҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин федераль кимәлдә ярҙам күрһәтелгән ғилми-белем биреү үҙәктәрен конкурс нигеҙендә һайлап алыу йомғаҡтары буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны. Ошондай үҙәктәрҙең береһе Өфөлә ойошторола. – Республикабыҙ өсөн был – ҙур еңеү, – тине Радий Хәбиров. – Әлегә тиклем төбәктә бындай уңыштар булғаны юҡ ине. Әле иһә уртаҡ тырышлыҡ менән ошо етешһеҙлекте юҡ иттек. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, яңы үҙәкте ойоштороу проекты кураторы Александр Сидякин билдәләүенсә, яңы шарттар буйынса төбәк-ара ғилми-белем биреү үҙәктәре ике йыл һайын эшкә һәләтен иҫбатларға тейеш. Өфөләге үҙәк 10 технологик проектты төҙөйәсәк. Улар нигеҙендә 2025 йылға “Яңы йәшәү мөхите”, “һанлы һәм “йәшел” химия, энергетика”, “Биомедицина һәм генетика”, “Инжиниринг һәм алдынғы етештереү технологиялары” кеүек йүнәлештәр буйынса алдынғы 95 фәнни технология барлыҡҡа киләсәк. Сколково фән һәм технологиялар институты ректоры Александр Кулешов республиканы конкурста еңеү менән ҡотланы һәм ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа Сколтехтың ярҙамын тәҡдим итте. – Беҙ Башҡортостан вуздары студенттарына һәм уҡыу йорттарын тамамлаусыларға белемен камиллаштырыуҙа квота бүлергә, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн үҙебеҙҙең профессорҙарҙы республикаға ебәрергә, һеҙҙең юғары мәктәп уҡытыусыларын үҙебеҙҙә ҡабул итергә әҙербеҙ, – тине ул. Радий Хәбиров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына Сколтех һәм Башҡортостан вуздары араһында уҡытыусылар менән алмашыу өсөн квота әҙерләргә ҡушты. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин йыл ярым элек ойошторолған республика ғилми-белем биреү үҙәгенең эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Ошо проект нигеҙендә университет илдәге иң яҡшы 30 вуз иҫәбенә ингән. Өфө дәүләт авиация техник университеты электр самолеты эшләүҙе һәм гипертауышлы, радиофотоникалы проекттарҙы тормошҡа ашырырға ниәтләй. Вуз ректоры Сергей Новиков ошондай пландары менән уртаҡлашты. Шул уҡ ваҡытта университет БДМУ менән биомедицина инженерияһы буйынса дөйөм кафедра асҡан. Унда аяҡҡа баҫтырыу, тергеҙеү медицинаһы өсөн бионик ҡулайламалар эшләйҙәр. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе Вадим Захаров Өфө дәүләт авиация техник университеты менән берлектә эшләнгән литийлы-көкөртлө аккумуляторҙар проекты тураһында һөйләне. – Өфө вуздары ректорҙары, Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө үҙәге ғалимдары йышыраҡ осраша, аралаша, яңы үҫеш нөктәләрен һәм фәнни фекерҙе практикала тормошҡа ашырыу юлдарын бергәләп эҙләй башланы. Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшендә был бик мөһим мәл, – тине Радий Хәбиров. Кәңәшмә аҙағында республика Башлығы үҙәкте ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан белгестәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Фото: glavarb.ru Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: