Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Декабрь 2020, 08:03

Һөйөнсө: донъя кимәлендәге үҙәк асыла!

Башҡортостан Евразия ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереү буйынса конкурста еңеп сыҡты.

Башҡортостан Евразия ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереү буйынса конкурста еңеп сыҡты һәм федераль ярҙам аласаҡ. Был турала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин хәбәр итте. "Был аҙнала Хөкүмәт дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк ғилми-белем биреү үҙәктәрен конкурс нигеҙендә һайлап алыуға йомғаҡ яһаны. Биш үҙәк һайланды, уларҙың күбеһе – төбәк-ара кимәлдәгеләр, – тине Премьер-министр. – Был үҙәктәр төп университеттарҙы, ғилми ойошмаларҙы, иҡтисадтың реаль секторындағы компанияларҙы берләштерәсәк. Тап ошондай үҙәктәр нигеҙендә тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләрҙең заманса моделен төҙөргә, күләмле фәнни-техник бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләргә мөмкин. Уларҙы артабан үҫтереү Президет ҡуйған бурыстарҙы үтәү генә түгел, ватан фәненә донъя әһәмиәтендәге уңыштарға өлгәшеү, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең ғилми ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Мәғлүм булыуынса, 30 ноябрҙә Ғилми-белем биреү үҙәктәре советы ултырышы булғайны. Видеоконференция тәртибендә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың ғаризаһы менән таныштырғайны. Төбәктә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ойоштороу өсөн ресурстар етерлек, тип белдергәйне ул. Совет ултырышында ҡатнашыусылар Башҡортостанда ошондай үҙәк асыу проектын бер тауыштан хупланы. Яңы үҙәккә республикалағы алты университет, өс ғилми учреждение һым иҡтисадтың реаль секторындағы 20 ойошма инде. Программаға ярашлы, “Яңы йәшәү мөхите”, “Һанлы һәм “йәшел” химия, энергетика”, “Биомедицина һәм генетика”, “Инжиниринг һәм алдынғы етештереү технологиялары” кеүек йүнәлештәр буйынса 10 технологик проект билдәләнде. Фото: glavarb.ru Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: