Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Декабрь 2020, 17:25

Миллион һум эшләү мөмкинлеге бар

Кемдәрҙең? Йәштәрҙең!..

Йыр-моң һөйгән талантлы йәштәргә бик ылыҡтырғыс яңылыҡ булмаҡсы был. Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "Яңы моң" тип аталған халыҡ-ара музыкаль шоу башланыуы тураһында яҙып сыҡҡан. Телепроектта ҡатнашырға теләгән 18-ҙән алып 35 йәшкә тиклемге йәштәр рус, башҡорт, инглиз телдәрендә үҙҙәре башҡарыуындағы йырҙың өс минутлыҡ видеоһын ебәрергә тейеш. Ағымдағы йылдың 31 декабренә тиклем ҡатнашыусылар араһынан иң яҡшы 50 музыкант һайлап алынасаҡ. "Һеҙҙе Өфөгә телевидениеға төшөргә саҡырасаҡтар. Бөтәһе 16 программа була. Трансляцияны төбәк һәм федераль каналдарҙа күрһәтеү ҡарала. Шоуҙа Рәсәй, төбәк һәм сит ил эстрадаһы башҡарыусылары, композиторҙар үҙҙәрен һынай ала. Йәш ҡатнашыусылар менән Рәсәйҙең иң яҡшы белгестәре эшләйәсәк", - тип хәбәр итә Элвин Грей. Иң талантлы бәхетле ҡатнашыусы миллион һумға эйә буласаҡ. Фото: 100biografiy.ru Аклима Гиззатуллина
Читайте нас: