Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Декабрь 2020, 15:23

Талантлы кеше даланлы ла

Ҡырмыҫҡалы ауылынан Розалина Әйүпова “Сулпылар-2020” республика йыр-моң конкурсында ҡатнашып, лайыҡлы сығыш яһаны һәм 1 дәрәжә дипломант исемен яуланы.

“Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалының иң күп һанлы һәм социаль әһәмиәтле проекты - “Сулпылар” республика йыр-моң бәйгеһе балалар араһында йәш таланттарҙы асырға, артабан уларға үҫергә ярҙам итә һәм ҙур эстрадаға юл аса. Конкурс шарттары буйынса унда ике йәш төркөмө буйынса 5- йәштән 15 йәшкәсә балалар ҡатнаша ала. Һәләтле малай-ҡыҙҙарҙы асыуға йүнәлтелгән сираттағы сара февраль айында башланып, дүрт турҙа үтте. Һайлап алыу турында 200-ҙән артыҡ бала ҡатнашып, финалға конкурсанттарҙың 13-ө үтте. Розалина һайлап алыу турына башҡорт халыҡ йыры “Айҙар ғынайым” йырын тәҡдим итә. Икенсе турға конкурсанттарға яңы йыр һәм яңы образ әҙерләргә кәрәк була. Был йәһәттән дә ул юғалып ҡалмай. “Һандуғасым” йырын башҡарып, жюри ағзалары яғынан юғары баһаға ирешә. Розалина моңло тауышы менән Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең һәм Татарс­тандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадированы һәм башҡа жюри ағзаларын әсир итә ала.- “Сулпылар” – лайыҡлы һәм сағыу конкурс һәм унда еңеү өсөн күп эшләргә кәрәк. Һәр этаптың үҙ талабы бар. Шуға күрә үҙең һайлаған ижадыңды жюри ағзаһына еткерә һәм күрһәтә белергә кәрәк,- ти Розалинаның әсәһе Юлиә Ирек ҡыҙы.- Икенсе тур өсөн “Һандуғасым” тигән яңы йыр әҙер­ләнек. Мөнирә Сәлимйәнова һүҙҙәренә яҙылған йырға көйөн үҙем яҙҙым. Яҡшы аранжировка әҙерләргә тырыш­тыҡ, яңы костюм тектек. Һәм Розалина еңеүселәр составында булып, финалға үтте. Коронавирус пандемияһы арҡаһында финал туры тамашасыларһыҙ үтте. Әммә ләкин Гала-концертты Яңы йыл алдынан БСТ каналында ҡарай алаһығыҙ,- тип һүҙгә ҡушылды Салауат Фәтих улы.Розалинаның Бөтә Рәсәй, республика һәм район конкурстарында алған Гран-при һәм лауреат исемдәре бихисап. Ләкин тырыш ҡыҙ бының менән генә сикләнмәй һәм йыр-моң, бейеү конкурстарынан ситтә ҡалмай.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: