Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Декабрь 2020, 17:35

Еңеүсене "Айфон" көтә!

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы һәм Мәҙәниәт министрлығы “Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ” тип аталған социаль видеороликтар конкурсы иғлан иткәйне.

Яңы конкурс социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүҙе, башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, йәғни йәш сикләүе юҡ.
Әлеге мәлгә 20-нән ашыу эш ҡабул ителгән, уларҙы түбәндәге һылтанма аша үтеп ҡарарға, баһаларға мөмкин: https://vk.com/videos-182678571?section=album_11
Конкурсты ойоштороусылар ижади эштәрҙе дөрөҫ атҡарыу йәһәтенән консультатив ярҙам күрһәтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: видеороликтар 15–60 секундлыҡ, AVCHD, AVI, MOV, MPEG-2 или MPEG-4 форматында горизонталь рәүештә төшөрөлгән булырға тейеш. Шулай уҡ ярашлылыҡ яҡтары 16:9 өсөн рөхсәт ителгән иң түбән күләм 1280х720, 4:3 яҡлы өсөн – 640х480. Текстар һәм тауыш оҙатыуы башҡорт телендә булырға, әгәр русса булһа, башҡорт телендәге субтитрҙар менән оҙатылырға тейеш. Роликтың башында йәки аҙағында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының логотибын ҡулланыу мотлаҡ.
Социаль видеороликтарҙың авторҙары авторлыҡ тураһындағы мәғлүмәтте титрҙар менән күрһәтергә тейеш. Реклама мәғлүмәттәрен ҡулланыу тыйыла.
Эштәрҙе 2020 йылдың 10 декабренә тиклем тапшырырға мөмкин. Социаль видеороликтарҙың өлгөләре менән танышыу өсөн һылтанма: https://vk.com/videos-182678571?section=album_8
Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә! Беренсе урын өсөн – Apple iPhone 11, икенсе урынға – ноутбук, өсөнсөгә – планшет. Бынан тыш, тамашасылар һөйөүе призы – смартфон өсөн стабилизатор ҡаралған, ул социаль селтәрҙә тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк.
Еңеүселәр 12 декабрҙә "Арт-квадрат"та Башҡорт теле көнө айҡанлы үтәсәк сараға саҡырыла.
#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020#БашҡортТеле2020#Баштел2020
Читайте нас: