Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Ноябрь 2020, 15:17

Спорт – ул йәшәү рәүеше

Сахай ауылы уҡыусылары физкультура дәрестәрен һәм бура уйыны буйынса күнекмәләрҙе көтөп ала, сөнки яратҡан уҡытыусылары һәм тренерҙары Илмир Әмир улы Шафиҡов уларҙы ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла итеп үткәрә, үҙенә ылыҡтыра белә. Малай-ҡыҙҙарҙа спортҡа һөйөү, үҙ-үҙең өҫтөндә эшләүгә ынтылыш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған йәш белгес.

Сахай ауылында тыуып үҫкән егет мәкәптә уҡыған йылдарында уҡ спорт менән дуҫлаша. Бында уҡытыусыһы Рөстәм Рәсих улы, шулай уҡ ата-әсәһенең роле лә булғандыр. Райхана Йәғәфәр ҡыҙы һәм Әмир Әбүзәр улы ныҡлап спорт менән шөғөләнмәһәләр ҙә, йыш ҡына балалары менән саңғыла шыуырға ярата, туристик походтарға сыға һәм шул рәүешле уларҙың күңелендә спортҡа һөйөү уята.
Илмир тәүҙә еңел атлетика менән мауыҡһа, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға ингәндән һуң, спорттың уйын төрҙәре, шул иҫәптән бура уйыны ҡыҙыҡһындыра башлай.
Ярыштар, күңелле миҙгелдәр менән тулы студент йылдары артта ҡалғандан һуң, Илмир Әмир улы районға эшкә ҡайтып, үҙе ҡасандыр уҡып сыҡҡан мәктәптә эш башлай. Бынан тыш, “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комп­лексында тренер булараҡ күнекмәләр алып бара. Күңелгә ятҡан эш менән шөғөлләнгәс, һөҙөмтәләр ҙә үҙен көттөрмәй.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.
Читайте нас: