Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Ноябрь 2020, 09:03

Элвин Грей нимәгә хайран ҡалған?

"Мине бер нәмә менән дә хайран итә алмайһығыҙ тиһәм дә. Яңылышҡанмын..." - ти йырсы.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙен нимә хайран итеүе хаҡында белдергән. "Күпме һөйләргә мөмкин... студияға һөйөүем хаҡында?! Сикһеҙ! Һәр саҡ үҙемә: "Бөттө. Мине башҡаса бер нисек тә хайран итә алмайһығыҙ", - тием һәм, бәхеткә күрә, яңылышам", - тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә музыкант. Һүҙ йырсының Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан тауыш яҙҙырыу студияһы тураһында бара. Күрәһең, йырсыны был маҡсатта ҡулланылған музыкаль ҡорамалдар ныҡ хайран ҡалдырған, һоҡландырған. Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. Автор: Карима Усманова
Читайте нас: