Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
25 Ноябрь 2020, 18:05

Баймаҡ ҡыҙы Испанияла "Ҡаҙ өмәһе" үткәргән

Ни сыҡмаһын, баймаҡтарҙан сыға!" - тигәндәй, Баймаҡ районы ҡыҙының Испанияла шаулатып "Ҡаҙ өмәһе"н үткәреүе хаҡындағы фотоһүрәттәре социаль селтәрҙәрҙе шаулатты.

Сығышы менән Ишмөхәмәт ауылынан булған Нәзилә Юнысова Испанияның Севилья ҡалаһында йәшәй. Сит ерҙә төпләнеүенә ҡарамаҫтан, Баймаҡ ҡыҙы ата-олаталары йолаларына тоғро ҡала, башҡорт телендә рәхәтләнеп аралаша, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарын сит илдә йәшәгән дуҫтарына өйрәтә, башҡа милләт халыҡтарын ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, милли йолаларыбыҙ, халҡыбыҙҙың аш-һыуы, милли ризыҡтары менән таныштыра. Күптән түгел дәртле һәм рухлы яҡташыбыҙ Испания ерендә "Ҡаҙ өмәһе" байрамын үткәреп, барыһын да хайран иткән.
"Һәр милләттең үҙ теле, үҙ тарихы, үҙ йолалары бар. Беҙ шуның менән үҙенсәлеклебеҙ һәм байбыҙ. Испанияла төрлө милләт вәкилдәре бер ғаилә булып, дуҫ-татыу йәшәйбеҙ. Ниндәй милләттән булмаһын, һәр кем тәү сиратта Кеше булып ҡалырға һәм, әлбиттә, үҙ телен, моңон, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итергә тейеш", - тип йылмая Севилья ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ.
Нәзилә Юнысоваға тик "Афарин!" тиергә генә ҡала. Артабан да милли рухлы, дәртле һәм халыҡсан булып ҡал, Баймаҡ ҡыҙы!
Фотолар: Нәзилә Юнысованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алынды.
Автор: Карима Усманова
  • Читайте нас: