- Аллаға шөкөр, быйыл бит еләк-емеш менән уңды. Айырыуса слива күп булды - алты биҙрә йыйып алдыҡ, кешегә бирергә лә, үҙебеҙгә лә етте. Се йә, еләк, алмаһын да мул итеп йыйып алдыҡ, иҫән-һау ашарға ғына яҙһын, - ти Филүзә Ирек ҡыҙы. Бөтмөр хужабикә баҡса хазиналарының береһен дә әрәм итмәҫкә тырыша төрләндереп салаттарын, солянкаларын, ҡайнатма-повидлоларын яһай, компот ҡайната. "Уларҙы күстәнәс итеп бирергә яратам. Балаларыма ла тейәп ебәрәм", ти ул. Флизә апай - дүрт бала әсәһе, туғыҙ ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй. Балалары Дилбәр, Гөлдәр, Гөлфир, Ғаяз һәр береһе үҙ донъяһы менән йәшәй. Флизә Ирек ҡыҙы кәбеҫтә маринадлау рецебы менән уртаҡлашты: - Кәбеҫтәне шаҡмалап турайбыҙ, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. 2 стакан һыуға 2-шәр ҡалаҡ уксус, тоҙ. Шәкәр ҡомо ҡойоп маринад эшләйбеҙ ҙә уның менән кәбеҫтәне ҡойоп, ике көнгә ҡараңғы урынға алып ҡуябыҙ. Шунан банкаларға тултырырға ҡала, - ти хужабикә. Эйе, магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлек өҫкә ауып килһә лә, үҙең эшләгәнеңә етмәй инде ул. Витаминдарға бай, күңел йылыһы һалынған ризыҡтарҙы иҫән-һау, шатлыҡ менән ашарға ғына яҙһын! Эльнара БАЙРАМОВА.