Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Ноябрь 2020, 14:15

Башҡорт ҡыҙы сит илдә еңеү яуланы

Төркиәлә үткән халыҡ-ара "Евразия королеваһы-2020" матурлыҡ конкурсында Башҡортостандан Зөһрә Мөхәрәмова ҡатнашты. Салауат районы ҡыҙына 23 йәш, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Малаяҙ ауылы мәктәптәренең береһендә эшләй. Үҙ эшен - матурлыҡ салонын асҡан.

Салауат һылыуының быға тиклем "Башҡортостан һылыуҡайы-2019» республика конкурсы еңеүсеһе, шулай уҡ «Рәсәй студенттары араһында вице-мисс-2017» тигән титулы ла бар.
Матурлыҡ бәйгеһе сиктәрендә, "Мисс талант" конкурсында Зөһрә Мөхәрләмова француз телендә йыр башҡарған, шулай уҡ "Иң яҡшы милли костюм", "Мисс бикини", "Тамашасылар һөйөүе" кеүек ярышта ла ул беренсе урындарҙы яулаған.
Башҡорт ҡыҙы Зөһрә Мөхәрләмоваға алтын ҡул сәғәте, конкурстың статуэткаһы, еңеүсе таҫмаһы, бик затлы таж һәм ҡиммәтле тун тапшырылған.
Башҡорт һылыуҡайы республика данын сит илдә танытты, уның намыҫын лайыҡлы яҡланы. Афарин, Салауат ҡыҙы!
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
  • Читайте нас: